Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Июль 2021, 14:40

Ҡат-ҡат тунлы...

Бер уҡыусыбыҙ пекин кәбеҫтәһен үҫтерә алмауы тураһында зарланып яҙа. “Йәй еттеме, үҫентеләрем дәррәү сәскә атырға керешә, йыл һайын хеҙмәтем бушҡа китә. Түтәлем дә ҡояшлы урында, һыуын да һибәм, ашлайым, ә кәбеҫтәләрем тумалаҡланмай. Етмәһә, көтөүе менән ҡоротҡостар ябырыла, эсенә лайлалар инеп тула. Ҡайҙа хата ебәреүемде аңламайым. Бәлки, мин белмәгән берәй сере барҙыр?”- тип һорай ул. Уның Голландия гибридтары отошлораҡ, улар сәскә атып бармай, япраҡтары тығыҙ булып өлгөрә.Сағыштырмаса талымһыҙ, тиҙ өлгөрөүсән, организм өсөн бик файҙалы пекин кәбеҫтәһен үҫтереү технологияһына килһәк, ул -  редис, дайкон һымаҡ тиҙ өлгөрөүсән. Шунлыҡтан миҙгеленә ике ҡабат сәсеп үҫтереү отошло. Ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыр өсөн 20 июлдән 10 август тирәһендә ултыртырға кәрәк.

Ҡат-ҡат тунлы...
Ҡат-ҡат тунлы...

Бер уҡыусыбыҙ пекин кәбеҫтәһен үҫтерә алмауы тураһында зарланып яҙа. “Йәй еттеме, үҫентеләрем дәррәү сәскә атырға керешә, йыл һайын хеҙмәтем бушҡа китә. Түтәлем дә ҡояшлы урында, һыуын да һибәм, ашлайым, ә кәбеҫтәләрем тумалаҡланмай. Етмәһә, көтөүе менән ҡоротҡостар ябырыла, эсенә лайлалар инеп тула. Ҡайҙа хата ебәреүемде аңламайым. Бәлки, мин белмәгән берәй сере барҙыр?”- тип һорай ул.

Уның Голландия гибридтары отошлораҡ, улар сәскә атып бармай, япраҡтары тығыҙ булып өлгөрә.Сағыштырмаса талымһыҙ, тиҙ өлгөрөүсән, организм өсөн бик файҙалы пекин кәбеҫтәһен үҫтереү технологияһына килһәк, ул -  редис, дайкон һымаҡ тиҙ өлгөрөүсән. Шунлыҡтан миҙгеленә ике ҡабат сәсеп үҫтереү отошло. Ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыр өсөн 20 июлдән 10 август тирәһендә ултыртырға кәрәк. Пекин кәбеҫтәһе дым, яҡтылыҡ һәм бер аҙ һалҡынса һауа торошон ярата. Уның өсөн иң һәйбәт температура - плюс 15-20 градус. Уҙған йәйҙә һуған, һарымһаҡ, картуф, кишер үҫкән түтәлдәр уның өсөн яҡшы.Орлоҡтарҙы дымлы субстратҡа бер сантиметр тәрәнлектә кәҫле тупраҡ һәм торф ҡушылған түтәлгә сәсегеҙ, аҙнаһына ике тапҡыр һеңдергәнсе һыу һибеп тороғоҙ. Кәбеҫтәләр ерҙе тишеп сыҡҡансы өҫтөнә туҡылмаған материал ҡаплағыҙ, япма августа ҡыҙыу ҡояш нурынан, ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Ғәҙәттә, йәш үҫентеләр 5-7 көндән морон төртә. Уларҙың төбөнә литр күләмендә ун көнгә бер тапҡыр, 1:10 нисбәтендә һыу менән шыйыҡланған һыйыр, тауыҡ тиҙәге (1:20) әсетмәһе менән ашларға кәрәк. Ашлар алдынан яҡшылап һыу, ә иң һуңынан көл һибергә онотмағыҙ. Кәбеҫтәгә ҡорт төшһә, кеше өсөн зарарһыҙ “Фитоверм”, “Битоксибациллин” биопрепараттары менән эшкәртергә, кәбеҫтә өҫтөнә тәмәке туҙаны ҡатыш көл һибергә ярай. Күсәне һәйбәт формалашһын өсөн 2 грамм бор кислотаһын 1 литр ҡайнар һыуҙа эретеп, шуны 9 литр һалҡын һыуҙа болғатып, йәшелсә өҫтөнә бөркәбеҙ.

Кәбеҫтәне ҡышҡа һаҡлар өсөн сәсһәгеҙ, октябрь уртаһына тиклем йыйып алмағыҙ, ул 4 градус һалҡынға ла сыҙай.

Ҡат-ҡат тунлы...
Ҡат-ҡат тунлы...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: