Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июль 2021, 12:10

Эдуард Ниғмәтуллин: “Ҡулланған ризыҡ дарыу кеүек файҙалы, сифатлы булырға тейеш”

Хозур тәбиғәтле Нөгөш йылғаһы буйындағы Андреевка утарында эшҡыуар Эдуард Ниғмәтуллин  тиҫтә йыл элек кәзә фермаһын асып, үҙ эшен йәйелдерә Элегерәк ауылдарҙа кәзә тотмаған ғаиләләр бик  һирәк ине. Ваҡ мал бергә тупланып, үҙ аллы урманда, тау-таш араһында туҡлана, шунда үрсей, кис булһа, йыртҡыс йәнлектәрҙән өркөп, ауылға төшә.  Ваҡыт үтә, бөгөн ауылдарҙа кәзә аҫраған кешеләр бармаҡ менән һанарлыҡ. Шуға ла нәҡ ошо малдан килем алған Мәләүез фермеры менән аралашыу теләге уянды. - Кәзә мал түгел, күршең менән дошманлашҡың килһә, кәзә аҫра, тиҙәр халыҡта. Ә һеҙ нәҡ ошо малды үрсетеп килем алыу эшенә тотонғанһығыҙ, Эдуард Маркс улы.

Эдуард Ниғмәтуллин: “Ҡулланған ризыҡ дарыу кеүек файҙалы, сифатлы булырға тейеш”
Эдуард Ниғмәтуллин: “Ҡулланған ризыҡ дарыу кеүек файҙалы, сифатлы булырға тейеш”
Эдуард Ниғмәтуллин: “Ҡулланған ризыҡ дарыу кеүек файҙалы, сифатлы булырға тейеш”
Эдуард Ниғмәтуллин: “Ҡулланған ризыҡ дарыу кеүек файҙалы, сифатлы булырға тейеш”

Хозур тәбиғәтле Нөгөш йылғаһы буйындағы Андреевка утарында эшҡыуар Эдуард Ниғмәтуллин  тиҫтә йыл элек кәзә фермаһын асып, үҙ эшен йәйелдерә

Элегерәк ауылдарҙа кәзә тотмаған ғаиләләр бик  һирәк ине. Ваҡ мал бергә тупланып, үҙ аллы урманда, тау-таш араһында туҡлана, шунда үрсей, кис булһа, йыртҡыс йәнлектәрҙән өркөп, ауылға төшә.  Ваҡыт үтә, бөгөн ауылдарҙа кәзә аҫраған кешеләр бармаҡ менән һанарлыҡ. Шуға ла нәҡ ошо малдан килем алған Мәләүез фермеры менән аралашыу теләге уянды.

- Кәзә мал түгел, күршең менән дошманлашҡың килһә, кәзә аҫра, тиҙәр халыҡта. Ә һеҙ нәҡ ошо малды үрсетеп килем алыу эшенә тотонғанһығыҙ, Эдуард Маркс улы.

- Башта үҙем, ғаилә ағзаларының һаулығы өсөн генә тота башланыҡ. Тыумышым менән Федоровка районының Үрге Яуыш ауылынан мин. Ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәнем, атайым Маркс Имам улы  - селекционер, әсәйем Рима Һаҙый ҡыҙы зоотехник булып эшләне, үҙем ветеринар һөнәренә уҡыным. Олатайым Һаҙый Нәжметдин улы колхоз рәйесе вазифаһын алып барған. Әйткәндәй, зат-ырыуыбыҙ уҡымышлы, шәжәрә осо алтын етештереүсе Закир Рәмиевтарға барып тоташа.

 Кәләшем Лиана Ришат ҡыҙы менән үләндәр төрлөлөгө һаҡланған утарға күсеп, 33 гектарҙай ерҙе арендаға алдыҡ та ҡымыҙ, сыр етештерә башланыҡ. Һуңғы йылдарҙа дауалау сараһы булараҡ та кәзә һөтөнөң абруйы арта. Халыҡ был малҡайҙың файҙалы икәненә әкренләп инана.

  • Баштан тоҡомло мал аҫранығыҙмы?
  • Беҙҙең өсөн һөтлө булыуы ҡиммәт, альпий, аҙаҡ аҡ төҫлө, заанен тоҡомлоһо ла булды, уларын тараттыҡ та яңы тоҡомон үрсетәбеҙ.
  • Сыр етештерәбеҙ тигән инегеҙ...
  • Тәүҙә Франциянан килгән ҡатын мастер-класты күрһәтте. “Һеҙҙә үлән төрлөлөгө Альп тауҙарындағынан да байыраҡ. Шуға бер ниндәй тәмләткес тә ҡушырға кәрәкмәй”, - тине ул. Европала сыр етештереү буйынса конкурстарҙа алтын миҙалдар яулаған Олеся Шевчук исемле белгестә түләүле курстарҙа уҡып ҡайттым. Канадала йәшәгән Дэвид Эшерҙың китабынан да өйрәндем.
  • Хәҙерге ауылдың йөҙө үҙгәрә, ул шәхси хужалыҡтарҙа һыйыр һаны кәмеүендә лә күренә. Һыйырҙар ауыл урамдарын тултырып көтөүгә сыҡмай. Иртәнге тынлыҡты яңғыратып сыбыртҡы шартлауы, һуңға ҡалмаһын тип ҡысҡыра-ҡысҡыра һыйырын көтөүгә ҡыуалаусыларҙың тауышы ла ишетелмәй тиерлек. Ә һеҙҙең утар урамдарында, болондарҙа иркенләп йөрөгән кәзәләр күп кенә.
  • Беҙҙең һауым баш малы - 56 баш, бәрәстәре 20-нән артығыраҡ. Башта ҡул менән һауҙыҡ, торараҡ кеше ялланыҡ. Төп эште үҙебеҙ башҡарабыҙ, ә улар һарай таҙартыу, йыуыу кеүек эштәрҙе башҡара. Һауыу аппараты алһаҡ та, 40 процентын ҡул менән һауабыҙ. Сөнки еленен тотоп ҡына, малҡайҙың ауырыуын белеп була.
  • “Кәзә - ярлының һыйыры” тигәндәр боронғолар. Һеҙҙең уларға мөнәсәбәтегеҙҙе белдек инде.
  • Былай ҙа сит сценарий буйынса йәшәйбеҙ. Кеше теләгән шөғөлө менән булышырға тейеш. Матди байлыҡ артынан ҡыуып, йән, рух тураһында онотоп китәбеҙ. Кеше ғүмере - ҡыҫҡа ғына ваҡыт, әҙәм балаһына ла самаһыҙ энергия бирелмәй. Кеше бәхетле булыр өсөн тыуа. Ә бөгөнгө заманда уның шөғөлө күп, бәхетле булыр өсөн ваҡыты ҡалмай. Ә бында, тәбиғәт ҡосағында тыныс, һалмаҡ тормош, ваҡыт та башҡаса уҙа кеүек. “Ни өсөн минең шылтыратыуға яуап бирмәйһең?”-тип үпкәләгән кешеләр ҙә бар. Гаджеттар ҙа ялҡыта. Биш, ете йәшлек Таһир, Камил улыбыҙ үҫә, уларҙың аңын артыҡ мәғлүмәт менән томаламаҫ өсөн телефонды самаһыҙ рөхсәт итмәйбеҙ. Уларҙың белемле булып үҫеүен теләйбеҙ. Ҡолағына наушник кейеп сит ил музыкаһын тыңлап йөрөгән кеше кәрәкле ҡарар ҡабул итә алмай, тип иҫәпләйем мин.

Заманында 10 йыл тирәһе Шри-Ланкала йәшәнек, халыҡ-ара туризм менән шөғөлләндек. Сенгал телендә аралашам, инглизсә бер аҙ һупалайым. Татарса, башҡортса һөйләшкәндә лә урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙе ҡушырға тура килә.

  • 56 кәзәбеҙ бар, тинегеҙ. Ул, бер ҡараһаң, күп тә түгел.
  • 200 башҡа еткән мәлдәр ҙә булды. Ул саҡта аҙыҡты сифатын контролдә тотоу ҡыйынлашты. Беҙ үҙебеҙ етештергән продукция менән туҡланабыҙ, шуға ла ризыҡ һаулыҡ өсөн дарыу булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Әлхәмдүлиллаһи, сәләмәтлегем дә яҡшырҙы хәҙер. 15 йыл, ошонда күсеп килгәс, тә биш тапҡыр намаҙҙан ҡалған юҡ. Яһаған сырға консерванттар ҡушмайбыҙ, ул 72 сәғәттә саҡ өлгөрә. Һатыу селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итмәйбеҙ. Етештергән продукцияны ошонда уҡ алып бөтәләр.

Сәләмәтлек өсөн кешегә саф һауа, яҡшы ризыҡ, тыныс йоҡо кәрәк. Мин һәр кемдең кәзә һөтөн, ҡымыҙын эсеп, сәләмәт йәшәүен теләйем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Эдуард Маркс улы!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: