Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Август , 12:15

Уңыш ҡыуандырмаһа ла, бойҙай сифаты яҡшы

Ауыл хужалығында ҡышҡа әҙерлек, уңыш йыйыу барышын белешеү маҡсатында хәбәрселәребеҙ Һарыш яғына юл тотто

Уңыш ҡыуандырмаһа ла, бойҙай сифаты яҡшы

Һарыш ауылында йәшәгән фермер Таһир Ханнанов хужалығында  тоҡомло ат аҫрай.

- Баҫыуҙа уңыш бөтөнләй насар тип әйтмәҫ инем. Үҙ ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алырға ғына кәрәк, - ти етәксе.

Комбайнда - Аҡназар егете Вадим Ҡылысбаев, Восток ҡасабаһынан ике кеше, фермерҙың өс улы - өс тағаны - Динар, Линар, Өфө аграр университетының һуңғы курсында белем алған Илнар практика үтергә атаһының хужалығында тир түгә. Механизаторҙарға ике тапҡыр ашау ойошторолған. Ужым культураһын йыйып алғандан һуң, һалам төргәкләнә, пайсыларға бирелә.

 “Ер ҡоро, ерҙе киләһе йылға һөрөп ҡалдырабыҙ, көҙҙән сәсеүҙең һөҙөмтәһе булмаҫ, тип уйлайым”, -  ти Таһир Юнир улы.

Уңыш ҡыуандырмаһа ла, бойҙай сифаты яҡшы
Автор:Аклима Имамова