Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Август , 11:35

Ауыл хужалығында микроиҫәп алыу башланды

Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу 806 ойошмаға, 4147 крәҫтиән-фермер хужалығына, 2374 граждандарҙың коммерцияла булмаған берләшмәһенә, 676,6 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа ҡағыласаҡ. Шәхсән миңә Ҡотош, Моҡас, Айтуған, Сарлаҡ, Рассвет ауылдарындағы 486 хужалыҡ тура килә, көнөнә уртаса 20 хужалыҡ. Был эште ваҡытында башҡарып сығырмын тип уйлайым, башҡаларға ла уңыштар теләйем, - ти иҫәп алыусы Гүзәл Әмирханова.

Ауыл хужалығында микроиҫәп алыу башланды

Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу 806 ойошмаға, 4147 крәҫтиән-фермер хужалығына, 2374 граждандарҙың коммерцияла булмаған берләшмәһенә, 676,6 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа ҡағыласаҡ.
Быйыл Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр бер йылда өс иҫәп алыу үтә: халыҡ һанын, кесе эшҡыуарлыҡтың иҡтисади торошон билдәләү һәм ауыл хужалығында микро иҫәп алыу.
Иҡтисади иҫәп алыу 1 апрелгә ҡәҙәр уҙғарылды. Ауыл хужалығында - 30 авгусҡа, халыҡ һанын алыу 1-нән 30 октябргә билдәләнгән. Уларҙың бөтәһе лә үҙенсәлекле, йәғни барыһында ла һанлы технологиялар ҡулланыла.
Бығаса ауыл хужалығында иҫәп алыу ун йылға бер тапҡыр уҙғарылды. 2016 йылдан биш йыл ғына үткәнлектән, быйылғыһы микроиҫәп тип атала. Уның маҡсаты: илдең аграр ресурсы һәм ауыл хужалығы етештереүе структураһы тураһында тулы һәм ысынбарлыҡҡа тап килгән мәғлүмәт йыйыу. Тағы ла бер айырмалығы: ул ауылдарҙа ғына үтә. Иҫәп алыусылар бары шәхси хужалыҡтарға ғына инә. Ҡалған ойошма вәкилдәре, фермерҙар интернет аша статистика йыйыу системаһына инеп, электрон вариантта иҫәпкә алыу биттәрен үҙҙәре тултыра.
1 августан иҫәп алыуға тотондоҡ. Ошоғаса беҙ уҡыуҙар үттек, шуға ла эш буйынса аңлашылмаусанлыҡ юҡ. Ауыл халҡы ла асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ошонда йәшәгәс, барыһы ла таныш, белгән кешеләр. Микроиҫәп алыу барышында беҙ шәхси милек хужаларынан ер ресурстарын һәм уларҙан файҙаланыу тураһында, ауыл хужалығы культураларын сәсеү, күп йыллыҡ үҫемлек майҙаны, емеш ағастары, уларҙың төрө, баҡсалағы теплицалар, ҡош-ҡорт һаны, етештереү инфраструктураһы һәм хужалыҡта эш шарттары тураһында мәғлүмәт йыябыҙ
Шәхсән миңә Ҡотош, Моҡас, Айтуған, Сарлаҡ, Рассвет ауылдарындағы 486 хужалыҡ тура килә, көнөнә уртаса 20 хужалыҡ. Был эште ваҡытында башҡарып сығырмын тип уйлайым, башҡаларға ла уңыштар теләйем, - ти иҫәп алыусы Гүзәл Әмирханова.

Ауыл хужалығында микроиҫәп алыу башланды
Автор:Аклима Имамова