Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Сентябрь 2021, 11:15

Хужалыҡтың үҫешенә индергән өлөшө ҙур

“Һыйырҙың һөтө - телендә”, - ти Салауат исемендәге хужалыҡтың баш зоотехнигы Флүр Әхмәлетдинов, малды дөрөҫ ашатыу тураһында һүҙ йөрөткәндә. Ҡоролоҡ булғас, бесән быйыл хөрт, шулай ҙа салауаттар мал аҙығы тип ҡайғырмай, былтырғылары ла етерлек. Икенсенән, сенаж әҙерләүгә өҫтөнлөк бирелә. Хужалыҡта 2500 баш мал бар, шуның 712-һе - һауын һыйыр. Йәй башында алып ҡайтҡандары ла быҙаулай башлаған. Көндәр эҫе, һөт күләме кәмей тип ҡайғырырға түгел, малдар торған һарайҙа вентилятор эшләй. Мал башына - 4248, июль айында көндәлек һауым 603 килограмм тәшкил иткән.

Хужалыҡтың үҫешенә индергән өлөшө ҙур
Хужалыҡтың үҫешенә индергән өлөшө ҙур

Республикала һөт етештереү темпы үҫә: Ейәнсура, Учалы, Ауырғазы хужалыҡтарынан саҡ ҡына ҡалыша мәләүездәр. Райондың һөт-тауар фермаларында бер һыйырҙан тәүлек һауым 25,6 килограмдан артып китә.

“Һыйырҙың һөтө  - телендә”, - ти Салауат исемендәге хужалыҡтың баш зоотехнигы Флүр Әхмәлетдинов, малды дөрөҫ ашатыу тураһында һүҙ йөрөткәндә. Ҡоролоҡ булғас, бесән быйыл хөрт, шулай ҙа салауаттар мал аҙығы тип ҡайғырмай, былтырғылары ла етерлек. Икенсенән, сенаж әҙерләүгә өҫтөнлөк бирелә. Хужалыҡта 2500 баш мал бар, шуның 712-һе - һауын һыйыр. Йәй башында алып ҡайтҡандары ла быҙаулай башлаған. Көндәр эҫе, һөт күләме кәмей тип ҡайғырырға түгел, малдар торған һарайҙа вентилятор эшләй. Мал башына - 4248, июль айында көндәлек һауым 603 килограмм тәшкил иткән.

Һандар, факттар артында малсыларҙың тырыш хеҙмәте ята. Флүр Әнүәр улы 1998 йылдан ауыл хужалығында эшләй. Гел белемен камиллаштырған, ил буйлап йөрөп алдынғы хужалыҡтар тәжрибәһен туплаған белгестең үҫешкә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 

Хужалыҡтың үҫешенә индергән өлөшө ҙур
Хужалыҡтың үҫешенә индергән өлөшө ҙур
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: