Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Сентябрь 2021, 14:30

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!

Майҙанда ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси хужалыҡтар, фермерҙар үҙе етештергән тауар менән һатыу итте. Сара юҡҡа ғына “Урындағы. Сифатлы. Үҙебеҙҙеке” тип аталмай.. Быйыл, һәр йылдағыса башҡорт балын тәҡдим итеүселәр күп булды. ”Үҙебеҙ етештергән бал алып килдек, теләйһең икән - сәскә, йүкә, ҡарабойҙайҙыҡынан йыйылғанын ал”, - ти умартасы Альберт Хәмзин. Хаҡтары ла “тешләшмәй”, өс литрлы банкалағыһын мең ярымға тәҡдим иттеләр. Фермер Таһир Ханнанов үҫтергән бойҙайҙы халыҡ теләп һатып алды. Фермер Осман Османовтың һәр йылдағыса картуф, һуған, кәбеҫтәһе уңған, хаҡтары ла юғары түгел ине. Миҫалға, сөгөлдөрҙө - 40, кишерҙе - 50, ҡыярҙы 60 һумға һатып алдылар. Ә бер яҡташыбыҙ баҡсаһында 100-гә яҡын виноград ҡыуағы үҫтерә. Әйткәндәй, ул йылдағыса үҙе үҫтергән хеҙмәт емеше менән ҡала халҡын һыйланы.

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!

Ҡаланың мәҙәниәт һарайы алдында тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләне.

Майҙанда  ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси хужалыҡтар, фермерҙар үҙе етештергән тауар менән һатыу итте. Сара юҡҡа ғына “Урындағы. Сифатлы. Үҙебеҙҙеке” тип аталмай..

Быйыл, һәр йылдағыса башҡорт балын тәҡдим итеүселәр күп булды. ”Үҙебеҙ етештергән бал алып килдек, теләйһең икән - сәскә, йүкә, ҡарабойҙайҙыҡынан йыйылғанын ал”, - ти умартасы Альберт Хәмзин. Хаҡтары ла “тешләшмәй”, өс литрлы банкалағыһын мең ярымға тәҡдим иттеләр. Фермер Таһир Ханнанов үҫтергән бойҙайҙы халыҡ теләп һатып алды. Фермер Осман Османовтың һәр йылдағыса картуф, һуған, кәбеҫтәһе уңған, хаҡтары ла юғары түгел ине. Миҫалға, сөгөлдөрҙө - 40, кишерҙе - 50, ҡыярҙы 60 һумға һатып алдылар. Ә бер яҡташыбыҙ баҡсаһында 100-гә яҡын виноград ҡыуағы үҫтерә. Әйткәндәй, ул йылдағыса үҙе үҫтергән хеҙмәт емеше менән ҡала халҡын һыйланы.

Күрше райондан да сауҙа итергә килделәр. Еләктән алып, артыш, шыршы кеүек ылыҫлы ағас үҫентеләре, шулай уҡ колбаса, һөт, ҡамыр ризыҡтары һатыусылар ҙа килгәйне йәрминкәгә. Милли ризыҡтарҙан буҙа, ҡымыҙ тәҡдим итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп булды. Сарала шулай уҡ үҙ тауарын етештергәндәр рәтендә алыпһатарҙар ҙа сауҙа итте.  

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: