Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Сентябрь 2021, 16:15

Сентябрҙә баҡса эштәре

Көҙҙөң беренсе айында баҡсала эштәр бөттө, тип еңел һулап ҡуйырға иртәрәк әле. Йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһы, сәскәләр араһында тормош ҡайнауын дауам итә. Күп кенә йәшелсә, елек-емеш йыйылған, тоҙланған йәшелсә банкалары кәштәләргә урынлаштырылған. Шулай ҙа тамамланмаған эштәр бар.

Сентябрҙә баҡса эштәре
Сентябрҙә баҡса эштәре

Көҙҙөң беренсе айында баҡсала эштәр бөттө, тип еңел һулап ҡуйырға иртәрәк әле. Йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһы, сәскәләр араһында  тормош ҡайнауын дауам итә.

Күп кенә йәшелсә, елек-емеш йыйылған, тоҙланған йәшелсә банкалары кәштәләргә урынлаштырылған. Шулай ҙа тамамланмаған эштәр бар.

Ҡыуаҡ һәм ағастарға ашлама индерергә онотмағыҙ. Ҙур, бигерәк тә емеш бирә торған үҫемлектәр һәм улар аҫтындағы тупраҡта миҙгел дауамында  уңдырышлығы бөтә, шуға күрә тиҙ арала туҡлыҡлы матдәләр запасын тулыландырырға кәрәк.  Көҙөн тупраҡҡа азотлы ашлама индермәйҙәр, ә составында калий һәм фосфор булғанына баҫым яһайҙар. Был уңайҙан көҙгө ашламалар, көл, суперфосфат, хлорлы калий отошло буласаҡ.

Баҡсаны ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртергә онотмағыҙ. Ағас-ҡыуаҡтарҙың япрағы ҡойолғансы, тупраҡҡа бөжәктәр йәшеренгәнсе, баҡсаны инсектицидтар менән эшкәртергә кәрәк. Бының өсөн Актара, Инта-вир препаратын ҡулланығыҙ. Был эште октябргә ҡалдырырға ярамай - сөнки ҡоротҡостар тәрәнгә китәсәк. Ағас япраҡтары ҡойолғас уларҙы икенсе төрлө перпарат менән эшкәртергә кәрәк.

Ҡыуаҡтарҙың төбөндәге, рәт араларындағы сүп үләндәрен йолҡоғоҙ.

Эҫе һәм ҡоро йәйҙән һуң ағастарға туйындырғансы һыу һибәләр. Тупраҡ метр-метр ярым тәрәнлектә  дымланырға тейеш.  Уның өсөн йәш ағастарға - 40, ҙурыраҡтарына 50-70, бик ҙурҙарына 100 литрҙан күберәк һыу кәрәк. Шуны иҫтә тотоғоҙ: быны ағастың япраҡтары ҡойолоп бөткәнсе эшләү зарур.

Ағас-ҡыуаҡтарҙы формалаштырығыҙ. Ҡороған, ауырыу, зарарланған ботаҡтарын киҫегеҙ.

Йәш ағас-ҡыуаҡ ултыртығыҙ, ғәҙәти булмаған төрҙәре, сорттары менән биҙәгеҙ.

Ҡурай еләге ҡыуағын киҫегеҙ. Ремонтант сортынан йәйҙең тәүге яртыһында уҡ уңыш йыйып алырға теләһәгеҙ,  ҡыуаҡта 3-5 ботаҡ ҡалдырығыҙ.

Яҙғыһын йәшелсә сәсер өсөн тупраҡ әҙерләргә онотмағыҙ.

Асыҡ грунтта үҫтерелгән ҡыяр, помидорҙарҙың һабағын йыйып алығыҙ. Газондан сабып алынған үлән, йәшелсә һабаҡтарын, ағас ботаҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, бейек түтәлдәр яһағыҙ.

Шуны иҫтә тотоғоҙ: хатта сентябрь ҙә емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсаһында эштәрҙе теүәлләр өсөн һуңғы ай түгел.

Сентябрҙә баҡса эштәре
Сентябрҙә баҡса эштәре
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: