Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Октябрь 2021, 14:15

Октябрь айында суртан тотоу серҙәре

Кемгә нисектер, көҙгө айҙарҙы яратам. Муллыҡ, байлыҡ осоро өсөн генә түгел, уның үҙенә генә хас төҫтәре мине илһамландыра. Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында асыҡ сағыла ул. Биллаһи, шул төҫтәрҙәге кейем һайлаһаң, һинән дә зауыҡлыраҡ кеше бу Балыҡсы ҡармағынын ебен табан балығының айғолағынан ауыҙы аша үткәрә. Әрһеҙ балыҡ ҡулдан ысҡынынрға теләй, борғолана. “ Йәй буйына күпме мин һине селәү менән һыйланым, хәҙер ышанысымды аҡла. Ҡытығың киләме? Вәт партизан, ас ауыҙыңды”, - тип етеҙ хәрәкәттәр менән еп осона ырғаҡты эләктерә.

Октябрь айында суртан тотоу серҙәре
Октябрь айында суртан тотоу серҙәре

Кемгә нисектер, көҙгө айҙарҙы яратам. Муллыҡ, байлыҡ осоро өсөн генә түгел, уның үҙенә генә хас төҫтәре мине илһамландыра.  Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында асыҡ сағыла ул. Биллаһи, шул төҫтәрҙәге кейем һайлаһаң, һинән дә зауыҡлыраҡ кеше булмаҫтыр, тимен.

Тик бындай уйҙар октябрь айында балыҡ ҡармаҡларға барғанда юлда тәбиғәткә һоҡланыу мәлендә генә килә. Ысынында иһә йылға буйына барып етеү менән ҡышҡы куртка, йылы ыштан, шәпкә кейелә (ҡайҙа бында мода ҡайғыһы!), ни тиһәң дә йылға буйында күпкә һыуығыраҡ. Йылы һөйәк һындырмай, тиҙәрме әле?

Октябрҙә суртан эләктерергә балыҡҡа йөрөйбөҙ. Һунарсы дуҫым йәйҙән табан балығын ҡармаҡлап, баҡсалағы һыу багына ебәрҙе. (Әйткәндәй, вәт күп ул күлдә һөлөк! Ҡан еҫен тойоп, ул да туйыныу сараһын эҙләй: ялан аяҡҡа йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың!) Нәҡ ошо балыҡты емләй ҙә инде ҡышҡылыҡҡа май йыйып ҡалырға теләгән  йыртҡыс суртан.

Йылға буйында тынлыҡ. Тәүге ҡарашҡа ғына ул шулай тойола. Һирәк-һаяҡ ҡош тауышы ишетелә. Һөҙәк ярҙа ҡондоҙҙар рәхәтләнгән генә: йомшаҡ урынына ултырып тауҙан шыуған, тиерһең, балсыҡлы ер уларҙың яңы ғына йөрөгөн эҙҙәрен һаҡлай. Ҡоралайҙар, ҡабандар ҙа һыулауға төшкәндер, төнгөлөккә ҡунырға ҡалғанда тәүгеләренең инә ҡоралайҙы саҡырып ҡысҡырған тауышын йыш ишетергә мөмкин.

 Суртан ҡармаҡлауҙы хатта һунарсылыҡ менән сағыштырырға булалыр ул.

(Уны тотоу серҙәре тураһында һеҙ Тик-ток социаль селтәрендә “Көнгәк” гәзитенең чатында ла  таныша алаһығыҙ).

Балыҡсы ҡармағынын ебен табан балығының айғолағынан ауыҙы аша  үткәрә. Әрһеҙ балыҡ ҡулдан ысҡынынрға теләй, борғолана. “ Йәй буйына күпме мин һине селәү менән һыйланым, хәҙер ышанысымды аҡла. Ҡытығың киләме? Вәт партизан, ас ауыҙыңды”, - тип етеҙ хәрәкәттәр менән еп осона ырғаҡты эләктерә. Кәмәгә ултырып йылға ярына эйелгән ботаҡтарға  “закидушка” тип аталған ҡорамалды бәйләп ҡалдырабыҙ. Ишкәксе бер аҙ ишә лә арыраҡ тағы шундай яһалма ҡармаҡтар ҡалдырып сыға.Тағы ла шуны әйтеп китеү кәрәк, балыҡ иртәнге һәм киске ваҡытта һунарға сыға, көндөҙ ҡондоҙҙар йыҡҡан ағастарҙың күләгәһендә ял итә, шунан ваҡ балыҡтарға һөжүм итә, йылғаның уртаһына  сыҡмай.

Бер аҙҙан  ҡапыл ишкәк менән һыу оҫтөнә һуҡҡандай тауыш ишетелә. Бер балыҡ эләкте, ниһайәт! Элмәктән ысҡыныр өсөн айҡашып, ҡармаҡ ебе менән ботаҡтар араһында  сырмаланып бөткән табышты тартып сығарғансы тағы бер аҙ арауыҡ ваҡыт үтә. “Күрҙеңме, суртандың ауыҙының ҙурлығын: йоҙроҡ һыймалы!”- балыҡсы үҙенең уңышынан ҡәнәғәт. “Өс килограммдай барҙыр?”, - тимен. “Дүрт тирәһе барҙыр ул”,- ти балыҡсы ҡыуанысын артыҡ тышҡа сығармай.

Был көн бик уңышлы тамамланды. Әүҙем ял бар көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырҙы, шул уҡ ваҡытта арыттырҙы ла. Кәмәнең тынын тултырып, йылғаға төшөр, усаҡ өсөн сыбыҡ-сабыҡ ташы, ҡайһы берәүҙәр:”Шул да булдымы ял” тиер. Дүрт стенала телевизорға текләп ятҡанға ҡарағанда, әлбиттә, тәбиғәт ҡосағындә әҙәм балаһына күпкә уңайлы. Ышанмаһағыҙ, балыҡсыларҙан һорағыҙ.

Октябрь айында суртан тотоу серҙәре
Октябрь айында суртан тотоу серҙәре
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: