Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Октябрь 2021, 14:55

Тирәклелә эштәр шәп

Фермер Илдар Ғирфатовтың хужалығына барһаң, һәр саҡ күтәренке кәйеф менән йөрөп ҡайтабыҙ, ни өсөн тигәндә ҡасан ғына осрашһаҡ та, ерҙә тир түккәндәрҙе насар кәйефтә күргәнебеҙ юҡ.

Тирәклелә эштәр шәп
Тирәклелә эштәр шәп

Фермер Илдар Ғирфатовтың хужалығына барһаң, һәр саҡ күтәренке кәйеф менән йөрөп ҡайтабыҙ, ни өсөн тигәндә ҡасан ғына осрашһаҡ та, ерҙә тир түккәндәрҙе насар кәйефтә күргәнебеҙ юҡ.“Орлоҡто һатыуға әҙерләйбеҙ, һатып алыусыға барып еткәнсе, гәрәбәләрҙең байтаҡ юл үтәһе бар, - ти эшҡыуар, ангарҙарҙың береһендә ҡөнбағыш орлоғон “Сапсан”  ҡорамалы аша эшкәртеү процесы менән таныштырып. Һатыуға яраҡлы эре орлоҡтарҙың емһеҙе, ҡушарлап үҫкәне, кәбәгенән айырған ыңғайға тоҡтарға тултырыла. “Беҙ Рәсәй агросәнәғәте етештереүселәрен хуплайбыҙ. Сит илдән килтерелгән сортын алам тиһәң, ҡиммәт, һәр хужалыҡ үҙ мөмкинселегенә ҡарай. Мәҫәлән, 300 гектарҙа гибрид көнбағыш үҫтерер өсөн миллион ярым аҡса түккән булыр инек.  “Кулундин”, “Елисей”, “Олей”, “Алтай” сортлы майлы культура сәсәбеҙ. Уңыш былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк, гектар ҡеүәте 10 центнер, ә бына гибрид көнбағышын сәскәндәр 15 центнер алған. Уның ҡарауы, көнбағышты тәбиғәттең ваҡытында ҡоро килеш йыйып алдыҡ. Гибридлы тип йөрөтөлгәндәрен элеваторға киптерергә индерһәң, өҫтәмә сығымдарға килтерә, һөҙөмтәлә хаҡы бер самаға  баҫа”, - тип сағыштыра Илдар Вәкил улы. Таҙартылған орлоҡтар фотосепаратор аша үткәрелә, уныһы инд е симешкәне өҫтәлмә рәүештә сүп-сарҙан,  ҡабы әрселгәненән арындыра. Икенсе келәттә тау-тау өйөлөп ятҡан арпа гәрәбәләрен Илдар Зверев менән Галина Замесина ҡулайлама аша кәбәгенән таҙартыу менән мәшғүл.

Яланда эш тамамланды, тип ҡул ҡаушырырға иртә. Механизаторҙар киләһе яҙға техниканы әҙерләй. Әйткәндәй, тирәклеләр техниканы ла яңыртып тора, йәйен “Дон - 680” комбайны, бесән төргәкләү яйланмаһы һатып алғандар. “Малсылыҡта эшләгәндәрҙең дә йыл әйләнәһенә эш туҡталмай. Малға аҙығын да запасҡа етәрлек тупланыҡ”, - ти етәксе. Быйылғы ҡоролоҡ йылында мең ярым төргәкле бесән һатып килем алған хужалыҡ. Үҙҙәренең малдарын ашатырлыҡ ҡына ҡалдырғандар. Бөгөнгә ҡурала 130 баш мал иҫәпләнә, улары ла ваҡытында быҙаулай.  Күп тир түгеп  үҫтерелгән  үҫтерелгән  хеҙмәт емешенең хужалыҡҡа мул табыш булып әйләнеп ҡайтыуын теләйһе генә ҡала.

Тирәклелә эштәр шәп
Тирәклелә эштәр шәп
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: