Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Ноябрь 2021, 15:00

Егет кешегә үҙ йортонда, үҙ эшендә булыуы яҡшы,

Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлешендә эш алып барған фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам итә. “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү программаһы” буйынса грант алырға ирешкән Яңауыл уңғаны Руслан Әлимғужин Стәрлетамаҡ районы Калинин исемендәге колхоздан 50 баш голштин тоҡомло мал алып ҡайтҡаны тураһында яҙғайныҡ инде, үҙ күҙебеҙ менән барып күрергә булдыҡ. Билде биштән быуып эшләп йөрөгән ағалы- ҡустылы Руслан менән Айратты осраттыҡ.

Егет кешегә үҙ йортонда, үҙ эшендә булыуы яҡшы,
Егет кешегә үҙ йортонда, үҙ эшендә булыуы яҡшы,

Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлешендә эш алып барған фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам итә.

“Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү программаһы” буйынса грант алырға ирешкән Яңауыл уңғаны Руслан Әлимғужин  Стәрлетамаҡ районы Калинин исемендәге колхоздан 50 баш голштин тоҡомло мал алып ҡайтҡаны тураһында яҙғайныҡ инде, үҙ күҙебеҙ менән барып күрергә булдыҡ.  Билде биштән быуып эшләп йөрөгән ағалы- ҡустылы Руслан менән Айратты осраттыҡ.

  • Ауыл хужалығында тир түккәндәргә түшәмгә төкөрөп ятырға ваҡыты юҡ, күрәһең.
  • Малдың эргәһендә йүгереп йөрөргә кәрәк. Ошоға тиклем 180 баш һәүкәш бар ине, һанын арттырҙыҡ. Алып ҡайтҡандары карантинды үткәрҙе, быҙауламайынса бер ҡайҙа ла сығармайбыҙ, бер айҙан артым көтәбеҙ.
  • Мал аҙығы етерлекме? Ҡуралар ҡышҡылыҡҡа әҙерме?
  • Бесәнде өҫтәмә һатып алырға тура килер. 10 мең центнер силос әҙерләнек. 50 гектар кукуруз сәскәйнек, уға ҡарабойҙай ҡушып сенажға һалдыҡ.

Биналарҙы ағарттыҡ, бер ҡурала поликарбонаттан тәҙрә яңырттыҡ, ватылып та бармай, яҡтылыҡ та инә. Уныһында һауын һыйырҙар торасаҡ. Биргеһендәгеһенең ҡыйығын ремонтларға ниәтләп торабыҙ.  Арыраҡ йәйләүгә урын әҙерләнек,  эш етерлек әле. Машина менән һауыу операторҙары Гөлсинә Хәмитова, Сәриә Фәйзуллина, Раушания Мәҡсүтова һауған аҡты шәхси эшҡыуарға тапшырабыҙ. Һөттөң әле әҙ сағы, уртаса һауым - 16 литр, ноябрҙә быҙаулай башлаһа, һөт күләме артыр тип, ниәтләйбеҙ. Быҙауҙарға айырым ҡура бар. Әйткәндәй, тиҙҙән яһалма аталандырыу ысулына күсергә тип торабыҙ.

  • Нисә йыл фермерлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ?

2018 йылдан алып. Ошо йүнәлештә уҡып ҡайттым. Айрат ҡустым һөнәре буйынса ветеринар, заманында 109-сы һөнәри училищены тамамланы. Икебеҙ ҙә -  тракторсы, водитель, техниканың бар категорияһы буйынса белемебеҙ бар.

Хужалыҡта мең гектар ер иҫәпләнә, 800-ө сәсеүлеккә ҡарай. Көтөүлек  - 100 гектарҙа, игенселек менән шөғөлләнәбеҙ.Техника етерлек, икешәр “КамАЗ” алдыҡ,  комбайн,   “Т - 150” тракторы алдыҡ, “Беларусь”тар - алтау, “ДТ -  75” бульдозер бар. Бар тиреҫте яланға ташыныҡ. Илшат Шаһманов фураж, Салауат Салауатов малға үлән аҙығы тарата,  Азат Ғиззәтуллин көтөү көтә, яңы ҡайтҡан таналарҙы Венер Кәримов, башмаҡтарҙы Венер Ҡотлобаев ҡарай.

- Тик егәрле кеше генә замана ауырлыҡтарына бирешмәй, ер һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Еңел булмаған эшегеҙҙә һеҙгә уңыштар теләргә генә ҡала.

Егет кешегә үҙ йортонда, үҙ эшендә булыуы яҡшы,
Егет кешегә үҙ йортонда, үҙ эшендә булыуы яҡшы,
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: