Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Ноябрь 2021, 15:10

Маҡсаттар аныҡ

Мәләүез “Һыра заводы” йәмғиәтенең етештергән кеүәҫ, лимонад, “Нөгөш” маркалы һыра, һауыттарға тултырылған һыу һәм башҡа аҙыҡ-түлек тауарҙары республикабыҙҙа ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә билдәле. Һуңғы йылдарҙа ғына яңы йүнәлештә үҫеш өсөн 500 миллион һум аҡса һалынған.Улар бешергән икмәк-ҡалас, бәлештәр һатып алыусыла ҙур һорау менән файҙалана. 100 урынлыҡ кафеның асылыуы ла предприятиеға килем килтерә. Картуф һәм иттән ярымфабрикаттар етештереү цехы эше уңышлы. Ирек Ғәббәсов етәкселек иткән осорҙан йәмғиәттең алты һатыу нөктәһе булдырылды, ошо көндәрҙә етенсе сауҙа нөктәһе төҙөлөшө тамамлана. Яңыраҡ район хакимиәтедә уҙған “Инвестсәғәт”тә Ирек Мофаздал улы етештереүсәнлекте киңәйтеү һәм модернизациялау буйынса яңы проект тәҡдим итте.

Маҡсаттар аныҡ
Маҡсаттар аныҡ

Мәләүез “Һыра заводы” йәмғиәтенең етештергән кеүәҫ, лимонад, “Нөгөш” маркалы һыра, һауыттарға тултырылған һыу һәм башҡа аҙыҡ-түлек тауарҙары республикабыҙҙа ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә билдәле. Һуңғы йылдарҙа ғына  яңы йүнәлештә үҫеш өсөн 500 миллион һум аҡса һалынған.Улар бешергән икмәк-ҡалас, бәлештәр һатып алыусыла ҙур һорау менән файҙалана. 100 урынлыҡ кафеның асылыуы ла предприятиеға килем килтерә. Картуф һәм иттән ярымфабрикаттар етештереү цехы эше уңышлы. Ирек Ғәббәсов етәкселек иткән осорҙан йәмғиәттең   алты һатыу нөктәһе булдырылды, ошо көндәрҙә етенсе сауҙа нөктәһе төҙөлөшө тамамлана.

Яңыраҡ  район хакимиәтедә уҙған “Инвестсәғәт”тә Ирек Мофаздал улы етештереүсәнлекте киңәйтеү һәм модернизациялау буйынса яңы проект тәҡдим итте.

План буйынса, һыраны шешәләргә һалыу цехы асыу, кеүәҫ, кондитер изделияларын етештереү күләмен арттырыу ҡарала. Пландар тормошҡа ашһа, ошоғаса 164  кешене туплаған коллективта 25 кешегә хеҙмәт урыны булдырыла, етештереү күләме лә артасаҡ.

 

Маҡсаттар аныҡ
Маҡсаттар аныҡ
Автор:Аклима Имамова