Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Ноябрь 2021, 15:40

Тыуған еренең тоғро улы

Старт” хужалығы етәксеһе Илдус Шәрипов районда иң уңышлы эшләгән фермерҙарҙың береһе иҫәпләнә.

Тыуған еренең тоғро улы
Тыуған еренең тоғро улы

Старт” хужалығы етәксеһе Илдус Шәрипов районда иң уңышлы эшләгән фермерҙарҙың береһе иҫәпләнә.1986-сы йылда агроном һөнәре буйынса Өфө ауыл хужалығы институтын тамамлаған Ҡотош ауылы егете 1992 йылда  игенселек, йәшелсәселек  йүнәлешендә үҙ эшен асып ебәрә. Бөгөнгө көндә   хужалыҡҡа  нигеҙ һалғанға өс тиҫтә йыл ваҡыт үткән. “Предприятиеның 1800 гектар сәсеүлек майҙаны, 300-ҙән артыҡ ит йүнәлешендәге малы иҫәпләнә. Беҙ киләсәккә  ышанып йәшәйбеҙ. Күрһәткестәр яҡшы. Мәҫәлән,  сөгөлдөрҙө 200 гектарҙа сәскәйнек, гектар ҡеүәте былтырғыға ҡарағанда икеләтә кәм былһа ла, шәкәр күләме юғарыраҡ”, - ти фермер. Илдус Маркс улы сит илдәрҙең ауыл хужалығындағы алдынғы технологияларҙы, тәжрибәләрҙе  ҡулланып уңышлы эш алып бара. Бойҙай, орлоҡ, техника  һаҡлау өсөн майҙандар төҙөгәндәр. Ҡеүәтле техник базаға эйә, ауыл хужалығы инвентары бар.  Мәҫәлән, берәр гектар биләгән кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һуған баҫыуын элегерәк ҡул менән эшкәртһәләр, ә хәҙер бар эш механизацияланған. Сауҙаға сығарылғандан ҡалған үҫемлек исраф ителмәй: малға турап бирәләр.

Хужамын тип ул ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел: бар эште күмәк көс менән атҡаралар. Ә бына йәшелсә орлоҡтарын, бөртөклөләрҙе бураҙнаға һалыуҙы улы Азатҡа ышанып тапшырған. Атаһы юлынан киткән егет уң-ҡулы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Азат баш инженер, механизатор, механик  һөнәрҙәренә эйә.

Оҫта ойоштороусы, ауылдың киләсәген ҡайғыртыусы Илдус Маркс улы ауылдаштарына ла эш урындары булдырған. Пайсыларҙы ла ваҡытында ризалата ул: кемгә кәрәк, үҫтерелгән уңыштан тирмәндә он да тарттырып бирелә , мал тотҡандарына  иген таратыла. Тыуған ауылының, райондың социаль - иҡтисади тормошонда

ҙур роль уйнаған арҙаҡлы уңған ир- егеттәргә  тик уңыштар юлдаш булһын.

 

 

Тыуған еренең тоғро улы
Тыуған еренең тоғро улы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: