Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ноябрь 2021, 12:05

Иген - келәттә, кеше хеҙмәттә күренә

Район хакимиәтендә ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары хеҙмәтсәндәрен тантаналы ҡотлау сараһы уҙҙы. “Был йыл бар йәһәттән дә агросәнәғәт өлкәһендә тир түккәндәр өсөн ауыр килде. Ҡатмарлы климат шарттарына, донъялағы эпидемиологик хәл-торошҡа ҡарамай, тармаҡ белгестәре ең һыҙғанып эшләй. Эшһөйәрлек, түҙемлек сифаттары һайлаған һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө булып тора. Районыбыҙ быйыл да юғары күрһәткестәргә өлгәште”, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сығышында.

Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов район аграриҙарының эш һөҙөмтәләре менән таныштырып уҙҙы. - “Яҙҙан алып һәм йәй аҙағына тиклем барған яуым-төшөмһөҙ һауа торошо иген культураларының үҫешен ныҡ тотҡарланы. Район игенселәре быйыл тулайым 89,5 мең тонна уңыш йыйып алды. Гектар ҡеүәте уртаса 15,5 гектар тәшкил итте. Юғары уңыштары менән һөйөндөргән “Ашҡаҙар”  ауыл хужалығы предприятиеһы (етәксеһе Илдус Хәлитов), Салауат исемендәге хужалыҡ (етәксеһе Рәмис Иманғолов), “Дружба” йәмғиәте (етәксеһе Аҫылбәк Алмашев), “Иҙел” агрофирмаһы (етәксеһе Данияр Ғәбитов), “Трудовик” йәмғиәте (етәксеһе Тәлғәт Вахитов), “Старт” хужалығы (етәксеһе Илдус Шәрипов) һәр ваҡыттағыса һынатманы. Бер нисә йыл дауамында юғары килемле һаналған етен, рапс,  гәрсис культураларының уңышы түбән булыуға ҡарамаҫтан, һатыуҙа хаҡы артыуы сығымды аҡлар, тип өмөтләнәбеҙ”, - тине Ринат Рим улы.

Киләһе уңыш өсөн аграрийҙар 10180 гектар майҙанда  ужым культураһы сәскән, 44,5 мең гектар майҙан туңға һөрөлгән.

Малсылыҡ тармағында ла күрһәткестәр насар түгел. Район буйынса 11743 тонна бесән, 16600 тонна сенаж, 33700 тонна силос әҙерләнгән.

Тантаналы сығыштан һуң сара райондың ауыл хужалығында тир түккән, тәбиғәт биргән һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан уңғандарҙы бүләкләү менән тамаланды.

Һандар

Райондағы  320 мең гектар ерҙең 170,9 мең гектар майҙаны ауыл хужалығы тәғәйенлешендә. Һөрөнтө ер - 108,2  мең, сабынлыҡ - 17,6 мең, көтөүлек  -  44,1 мең, күп йыллыҡ үҫемлектәр 941 гектар майҙанды биләй. Ун ай эсендә ауыл хужалығы предприятиелары 467 миллион 931 мең һумлыҡ техника алған.

Иген - келәттә, кеше хеҙмәттә күренә
Иген - келәттә, кеше хеҙмәттә күренә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: