Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ғинуар 2022, 16:45

Стәрлетамаҡ районында африка тағуны сирен тапҡандар

Стәрлетамаҡ районы ауылдарының береһендә шәхси хужалыҡта аҫралған сусҡаларҙа африка тағуны сире табылған.

 

Стәрлетамаҡ районы ауылдарының береһендә шәхси хужалыҡта аҫралған сусҡаларҙа африка тағуны сире табылған.

Әлеге мәлдә вирус таралыуына  ҡаршы эш ойошторолған. Район ҡала ветеринария станцияһының эпизоотология бүлеге начальнигы Вадим Бәшировтың һүҙҙәренә ҡарарғанда, сусҡаның был сирҙән үлеү осрағы йөҙ процент тәшкил итә, ауырыуҙы үткәреп ебәргән һымаҡ тойолһа ла, ул вирус йоҡтороусы булып һанала.  Үлгән хайуандың үләкәһендә  вирус ике айҙан һуң юҡҡа сыға.

Африка тағуны сирен булдырмаҫ өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләренә сусҡаны сығарып йөрөтмәү, ауырыу күҙәтелгән төбәк менән иҡтисади, һатыу-алыу элемтәһе булдырмаҫҡа, сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға  был тармаҡты “ябыҡ” эш режимына күсереү, уларҙы башҡа малдан айырым тоторға, сит кешеләрҙе индермәҫкә, аҙыҡты африка тағуны күҙәтелгән төбәктән алмаҫҡа, хайуандарға аҙыҡ ҡалдыҡтарын 70 градусҡа ҡәҙәр йылытҡандан һуң ғына бирергә, һуғым ҡалдыҡтарын ашатмаҫҡа, һәр ун ике көн һайын сусҡа аҫралған бинаны паразит бөжәктәргә, кимереүселәргә ҡаршы эшкәртергә, даими эш алып барырға кәңәш ителә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: