Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ғинуар 2022, 17:00

Йоғошло ауырыуҙар малдарҙы ла урап үтмәй

Йоғошло ауырыуҙар малдарҙы ла урап үтмәй “Ырымбур өлкәһендә йыл башынан бешмә (ящур) ауырыуы таралған тигән хәбәр таралды. Мал өсөн дә ҡурҡындырыла, Баймаҡ районындағы кеүек йорт хайуандарын яндырып ҡуймаһындар. Ул ниндәй сир, малдан кешегә йоғамы, беҙҙең районға килеп етмәгәнме? Уға ҡаршы прививка яһайҙармы?” Сөмбөл. Бешмә - кеше һәм хайуандар араһындағы тарала торған йоғошло ауырыу, эре мөгөҙлө мал, кәзә, һарыҡ, сусҡалар араһында тарала. Сирҙең тәүге билдәләрен малдың аппетиты, һыйырҙарҙың һөтө кәмеүенән белергә була. Ике-өс көндән ауырыу ҡанға үтә, тән температураһы күтәрелә. Унан һуң интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә эрозия барлыҡҡа килә. Ырымбур өлкәһендә бешмә таралған, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә эш алып барыла. Бәхеткә, был сир беҙҙең районға килеп етмәне. Ырымбур сигендә урынлашҡан 12 районда малды тиҙ арала прививкалау ҡаралған. Был эшкә беҙҙең район ветеринария хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителде. Вакцина эшләнмәгән хайуанда ауырыу табылһа, уларҙы юҡҡа сығарып ҡына йоғошло ауырыуҙан ҡотолоп була. Вадим БӘШИРОВ, районы-ҡала ветеринария станцияһының эпизотология бүлеге етәксеһе.

 

Йоғошло ауырыуҙар малдарҙы ла урап үтмәй

“Ырымбур өлкәһендә  йыл башынан бешмә (ящур) ауырыуы таралған тигән хәбәр таралды. Мал өсөн дә ҡурҡындырыла, Баймаҡ районындағы кеүек йорт хайуандарын яндырып ҡуймаһындар. Ул ниндәй сир, малдан кешегә йоғамы, беҙҙең районға килеп етмәгәнме? Уға ҡаршы прививка яһайҙармы?”

Сөмбөл.

  • Бешмә - кеше һәм хайуандар араһындағы тарала торған йоғошло ауырыу, эре мөгөҙлө мал, кәзә, һарыҡ, сусҡалар араһында тарала. Сирҙең тәүге билдәләрен малдың аппетиты, һыйырҙарҙың һөтө кәмеүенән белергә була. Ике-өс көндән ауырыу ҡанға үтә, тән температураһы күтәрелә.  Унан һуң  интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә эрозия барлыҡҡа килә.

Ырымбур өлкәһендә бешмә таралған, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә эш алып барыла. Бәхеткә, был сир беҙҙең районға килеп етмәне. Ырымбур сигендә урынлашҡан 12 районда малды тиҙ арала прививкалау ҡаралған. Был эшкә беҙҙең район ветеринария хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителде. Вакцина эшләнмәгән хайуанда ауырыу табылһа, уларҙы юҡҡа сығарып  ҡына йоғошло ауырыуҙан ҡотолоп була.

Вадим БӘШИРОВ, районы-ҡала ветеринария станцияһының  эпизотология бүлеге етәксеһе.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: