Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Февраль 2022, 14:00

Һөткә хаҡтар артамы?

Тауарҙы алып, һата алмаһа, ул сауҙа магазинының проблемаһы булып ҡаламы? Тимәк, сит илдәге һымаҡ, сүп контейнерҙарына алып барып түгәсәктәрме? Хәйерселәр ҡыуанасаҡ, шулаймы?

 

Быйылдан һөт продукцияһын мәжбүри маркировкалау тураһында ҡағиҙә үҙ көсөнә инде

Ғинуарҙың 20-һенән ваҡлап һатыу сауҙа нөктәләрендә маркировкаланған һөт продукцияһы ғына һатыла.

Магазиндан шыптыр ҡаплы һөт алып:“ Тәмләп кенә  сәй эсеп алайым”, -  тип  ағартыр өсөн ҡойоп ебәрәһең, ә ул эрегән була. Ә һеҙ шундай хәлгә тарығанығыҙ бармы? Ҡала кешеһенең үҙ ғүмерендә бер булһа ла, бигерәк тә йәйге осорҙа, шулай кәйефе ҡырылғандыр. Ярай, уңған ҡатын-ҡыҙ унан ҡоймаҡ ҡойоп булһа ла эш итеп ҡуя, ялҡауыраҡтары раковинаға түгә.

Һөт һатыуҙа яңы ҡанун үҙ көсөнә ингәс, күптәр яҡшы яңылыҡ тип ҡабул итте. Таяҡ ике осло, тип ҡабатларға ярата торғайны беҙҙе уҡытҡан ғилем эйәһе. Шуға ла беҙҙең хәбәрсе ҡала-район ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Евгения Тарасоваға мөрәжәғәт итте.

  • Евгения Александровна, һөттөң прилавкаға барып етеү юлын миҫалдарҙа һөйләгеҙ әле.
  • Мәҫәлән, Мәләүез һөт-консерва комбинаты хужалыҡтарҙан, фермерҙарҙан һөт ҡабул итә. Килтерелгән продукцияның “Меркурий” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша белешмәһе булырға тейеш. Шул документҡа ярашлы, машинаның номеры, һөт күләме тикшерелә. Эшкәртелгән һөт ризыҡтарын һатыуға сығарыр алдынан уға маркировка беркетелә. Шуға ҡарап һәр  кеше һөт продукцияһының ҡайҙа, ҡасан, ҡайһы хужалыҡта етештерелгәнен, составын ҡарап белә ала.
  • Һөт етештереүселәргә был ниндәй ҡыйынлыҡтар тыуҙыра? Бәләкәй хужалыҡтарға аяҡ салыу һымаҡ булмаймы бындай кәртәләр? Уларҙың да бит килем алғыһы, бик тә булмаһа бесән хаҡын ҡайтарғыһы килә.
  • Фермер хужалыҡта һауылған һөттө пастеризацияларға, ҡаптарға бүлергә, ветеринар-санитар экспертиза үткәрергә тейеш. Әлбиттә, һөттө һаҡлау ваҡыты 36  сәғәттән артмауы мотлаҡ. Көн дә ветеринария станцияһынан документ артынан йүгер, һыйырҙарҙы мастит һәм башҡа сирҙәргә тикшерт, шулай уҡ Башҡорт ғилми-етештереү  һәм баҙарҙағы лабораторияға һөттө тикшертергә тапшыр. Әлбиттә, етештереүсегә ҡайһы бер ҡаршылыҡтар тыуҙы, шуға ҡайһы бер фермерҙар, миҫалға, Александр Емелин һауын һыйырҙарын бөтөрҙө, ит йүнәлешендәге мал аҫрауға эшен йүнәлтте.  
  • Һатып алыусы булараҡ, минең дә тик сифатлы һөт алғым килә.
  • Шуға ла медицина кенәгәһе булмаған урындарҙа һөт алырға ярамай.

Яңы закон буйынса, 20 ғинуарҙан яраҡлылыҡ ваҡыты 40 көн булған сыр һәм туңдырмаларҙы, ә 31 марттан ҡалған һөт продукцияһын ваҡлап һатыу нөктәләренән алырға тейеш. Тимәк, магазин етәселәренә ҡулланыу яраҡлылығы  үткән һөт ризығын юҡҡа сығарырға ҡала.

  • Тауарҙы алып, һата алмаһа, ул сауҙа магазинының проблемаһы булып ҡаламы? Тимәк, сит илдәге һымаҡ, сүп контейнерҙарына алып барып түгәсәктәрме? Хәйерселәр ҡыуанасаҡ, шулаймы?
  • Дөрөҫөн әйткәндә, ул ризыҡ яндырылырға тейеш.
  • Мин, тәү сиратта етештерүсегә мәшәҡәт артҡанын күрәм. Һөттө маркировкалау уның үҙҡиммәтенә етди тәҫьир итәсәк. Йыһаздар һатып алыуға, уларҙы эшләтеүгә өҫтәмә сығымдар кәрәк була. Һөҙөмтәлә, һөткә тағы ла хаҡ артыуын көтөргә ҡала.

Әҡлимә ИМАМОВА әңгәмәләште.

Һүрәттә: Евгения Тарасова: “Һөт продукцияһының бар төрҙәрен ваҡлап һатҡан ойошмалар датанан маркировкалаған продукция һатҡанда кассалағы кодты сканерлай һәм һатыу тураһындағы мәғлүмәтте онлайн-кассаларҙан файҙаланып системаға тапшыра”.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: