Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Февраль 2022, 10:20

Икмәк яҙмышы ҡышын хәстәрләнә

Ике йыл рәттән тәбиғәт ер кешеһен сыҙамлыҡҡа һынаны. Йәй буйы яуым-төшөмгә сарсаған ер дымға туймайынса ҡышҡы йоҡоға китте. Бөгөн ужымдар торошо, киләһе яҙғы сәсеү эшенә әҙерлек нисек бара? Райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов менән шул турала һөйләштек.

Икмәк яҙмышы ҡышын хәстәрләнә
Икмәк яҙмышы ҡышын хәстәрләнә

 

Ике йыл рәттән тәбиғәт ер кешеһен сыҙамлыҡҡа һынаны. Йәй буйы яуым-төшөмгә сарсаған ер дымға туймайынса ҡышҡы йоҡоға китте. Бөгөн ужымдар торошо, киләһе яҙғы сәсеү эшенә әҙерлек нисек бара? Райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов менән шул турала һөйләштек.

- Районда 11200 гектар ужым майҙаны бар. Февралдә белгестәр өлгө алып, культураның торошон тикшерҙе. Күрһәткестәр буйынса 23 проценты (2500 гектар) - яҡшы, 77 проценты (8700 гектарҙа) - ҡәнәғәтләнерлек хәлдә тип табылды. Әлеге лә баяғы шул ҡоролоҡ шарттарында ла килем алыуҙы уйлап, хужалыҡтар арышҡа ҡарағанда бойҙай сәсеүгә өҫтөнлөк биргән. Яҙҙан иһә ужымға яҡшы старт кәрәк: япраҡланған осорҙа улар оҙаҡ терелә, шуға ла өҫтәмә туҡландырыуға мохтаж.

Предприятие һәм фермер хужалыҡтары  яҙғы сәсеү осорона минераль ашламалар алыуҙы дауам итә. Төрлө сәбәп арҡаһында  үҙебеҙҙең ҡалала етештерелгән ашламаға хаҡтар өс тапҡырға артҡан, былтыр 15 -17 мең һумға алырға була ине, быйыл иһә тонна хаҡы 45600 һум. Республика Ауыл хужалығы министрлығы килешеүҙәргә ярашлы төҙөлгән,  бөгөн ике тапҡырға арзан хаҡҡа ашлама Куйбышев, Һамар яҡтарынан тимер юл буйлап вагондар менән килтерелә.  Бөгөнгә 5102 тонна ашлама тупланған, план буйынса  йәмғеһе 10 мең тонна ашлама алыу ихтыяжы бар, - ти Аркадий Вәсим улы.

Быйыл тағы яуым-төшөм аҙ булырмы икән, тигән һорау күптәрҙе борсой. Яҙын ҡапыл ҡарҙар иреп, ағып китһә, ергә һеңеп өлгөрмәүе мөмкин . Һәр ун-ун бер йыл һайын ҡоролоҡ ҡабатлана, ти тәбиғәт торошон күҙәтеүселәр. Халыҡ һынамыштары буйынса, декабрь, ғинуар айында томан булһа, йыл яуым-төшөмгә бай була, тиҙәр. Уңышҡа өмөт итәбеҙ.

Икмәк яҙмышы ҡышын хәстәрләнә
Икмәк яҙмышы ҡышын хәстәрләнә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: