Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Февраль , 10:05

Матур ғаилә - ил күрке

Салауат Әлимғужин - заманында районыбыҙҙа фермерлыҡ эшен алып киткән уҙамандарҙың береһе. Хужалыҡ эшен улдарына тапшырһа ла, әле лә ҡул ҡаушырып ултыра торған кешеләрҙән түгел ул.  “Көнгәк” гәзитенә яҙылыу осоронда таратҡан приздарыбыҙҙың береһе уларға эләккәс, бүләкте алып барып тапшырҙыҡ.  Хужабикә Фатима Лотфрахман ҡыҙы һәм Салауат Ишбулат улы ихлас йөҙ менән ҡаршы алды.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

 

Салауат Әлимғужин - заманында районыбыҙҙа фермерлыҡ эшен алып киткән уҙамандарҙың береһе. Хужалыҡ эшен улдарына тапшырһа ла, әле лә ҡул ҡаушырып ултыра торған кешеләрҙән түгел ул.

 “Көнгәк” гәзитенә яҙылыу осоронда таратҡан приздарыбыҙҙың береһе уларға эләккәс, бүләкте алып барып тапшырҙыҡ.  Хужабикә Фатима Лотфрахман ҡыҙы һәм Салауат Ишбулат улы ихлас йөҙ менән ҡаршы алды.

  • Ғәләмәт иркен, матур йортта йәшәйһегеҙ, Салауат ағай, өйөгөҙ яңы ғына һалынған һымаҡ. Стена бүрәнәләре станоктан үткәрелгәндәй тип-тигеҙ итеп йышылған, һоҡланғыс!
  • Уны 1991 йылда Бөрйән яғынан ағас сығарып күтәрҙек, “Нөгөш” колхозының көслө ваҡыты, Миңлеәхмәт Йомағолов техника менән ныҡлы ярҙам итте. Ҙур йортобоҙ ҡасандыр геүләп тора ине, хәҙер әбей менән бабай икәү генә ҡалдыҡ. Тормош юлын үтеү аҡҡан һыу кеүек, тиҙәр. Ғүмер йомғағын һүтә-һүтә 45 йыл бергә үткән ғүмеребеҙ.
  • Ир кеше - ғаилә тотҡаһы, ҡатын - ғаилә усағын һаҡлаусы, өлкән быуын - өй бәрәкәте, ә балалар - өй күрке. Ейәндәр өсөн йән атып торғанығыҙҙы беләбеҙ. Яңы йыл байрамдарында ҡар бабай менән ҡарһылыу һындарын әүәләп ҡуйғанығыҙ. Ғаилә тигән кескә дәүләттә һәр кемдең үҙ урыны бар. Донъя көткәндә ҡатын-ҡыҙға сабырлыҡ кәрәктер, Фатима апай?
  • Ағайығыҙ ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү өсөн хәләл көс түгеп шөғөлләнде. Әле лә юҡ-юҡта ферма яғын барып урай, үҙенә эш таба. Ҡатын-ҡыҙ бурысы - өйҙө тәртиптә тотоу, балалар тәрбиәһе менән мәшғүл булыу, шулай тормошто алға алып барыу күпкә еңел.  Балаларыбыҙ бер-бер артлы тыуҙы. Яҡтыкүлдә йәшәнек бит тәүҙә. Сөгөлдөрөн дә үҫтерҙем, балалар баҡсаһында ла эшләнем. Фермерлыҡҡа тотонғас, өйҙә лә эш күбәйҙе. 43 йыл бергә йәшәнек ҡәйнәм Зәйтүнә Солтангәрәй ҡыҙы менән, бергә ҡартайҙыҡ.
  • Айрат улығыҙ йәнәшлә генә йорт күтәреп сыҡҡан.
  • Айырым йәшәһәк тә, килен менән ҡәйнә аралашып, кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Татыулыҡ булғанда тормош та алға бара.
  • Матур ғаилә - ил күрке, тиҙәр халыҡта. Әгәр ҙә ғаилә ныҡ һәм татыу икән, илебеҙ ҙә ныҡлы һәм көслө була. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән абруй ҡаҙанған һеҙҙең ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ. Шундай ғаиләләр күберәк булһын ине ул!
  • Рәхмәт!

Әҡлимә ИМАМОВА әңгәмәләште.

Һүрәттә: Бәләкәй генә бүләгебеҙҙе лә ҙур итеп ҡабул итте Әлимғужиндар.

Автор фотоһы.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Автор:Аклима Имамова