Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Июнь , 15:20

Бөгөн халыҡ-ара Һөт көнө билдәләнә

Ә һеҙ беләһегеҙме?  Һыйыр көнөнә 90 стакан һөт бирә. Был – үҙ ғүмерендә 200 000 стакан тигән һүҙ. Һөттө пастеризациялау XIX быуатта башлана. Ул бик күп эпидемиянан ҡотҡара. 1964 йылда һөттө ҡағыҙ ҡаптарға һалып һатыуға сығара башлайҙар. 10 литр һөттән бер килограмм сыр яһап була.  

Бөгөн халыҡ-ара Һөт көнө билдәләнә
Бөгөн халыҡ-ара Һөт көнө билдәләнә

Ә һеҙ беләһегеҙме?

 Һыйыр көнөнә 90 стакан һөт бирә. Был – үҙ ғүмерендә 200 000 стакан тигән һүҙ.

Һөттө пастеризациялау XIX быуатта башлана. Ул бик күп эпидемиянан ҡотҡара.

1964 йылда һөттө ҡағыҙ ҡаптарға һалып һатыуға сығара башлайҙар.

10 литр һөттән бер килограмм сыр яһап була.

1864 йылғаса һауым аппараттарын ҡуллана башлағансы, фермерҙар сәғәтенә 6 һыйыр һауған. Бөгөн сәғәтенә 100 һыйыр һауалар.

Бер стакан һөт ул – 25 процент кальций, 22 процент В2 витамины, 21 процент Д витамины, 18 процент фосфор, 15 процент В12 витамины, 13,5 процент аҡһым,11 процент селен, 9 процент калий.

Һөт продукттарын ҡулланыу остеопороз, йыуан эсәк рагы, гипертония һәм диабет ауырыуҙарынан һаҡлай, тиҙәр белгестәр.

Фитнес яратҡандарға һөт эсеү кәңәш ителә. Көнөнә ике стакан һөт эскән кеше тренировкаларҙа бик күп май юғалта. Мускулдары ла яҡшы үҫеш ала.

Бөгөн халыҡ-ара Һөт көнө билдәләнә
Бөгөн халыҡ-ара Һөт көнө билдәләнә
Автор:Аклима Имамова