Конгэк
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Июнь , 10:15

Ауыл хужалығының яҡшы киләсәге өмөтлө

Районыбыҙҙың йәш фермеры Осман Османов “Агростартап” программаһы буйынса өс миллион һум грант отҡаны тураһында яҙғайныҡ инде. Ошо ярҙамға таянып һәм үҙ аҡсаһын өҫтәп, ул йәшелсәслек эшен уңышлы йәйелдереп ебәрҙе.

Ауыл хужалығының яҡшы киләсәге өмөтлө
Ауыл хужалығының яҡшы киләсәге өмөтлө

 

Районыбыҙҙың йәш фермеры Осман Османов “Агростартап” программаһы буйынса өс миллион һум грант отҡаны тураһында яҙғайныҡ инде. Ошо ярҙамға таянып һәм үҙ аҡсаһын өҫтәп, ул йәшелсәслек эшен уңышлы йәйелдереп ебәрҙе.

Атаһынан күргән - уҡ юнған, әсәһенән күргән - тун бескән, тип бушҡа ғына әйтмәй халыҡ мәҡәле. Осман был эшкә байтаҡ йылдар бай  тәжрибә туплаған  атаһы Магомед Османовтан өйрәнә, уң ҡулына әйләнә. Бөгөн үҙе етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығында йәшелсә үҫтерә.

“Грант алыу  еңел бирелмәй. Документтарҙы ҡат-ҡат тикшерәләр, элекке кеүек аҡса ҡулға тапшырылмай, кәрәкле йыһаздар һатып алғанда бер иҫәптән  икенсеһенә күсерелә. Программа шарты буйынса беҙ әлеге эш менән биш йыл шөғөлләнергә һәм өс эш урыны булдырырға тейешбеҙ. Былтыр көҙ ҙур ангар төҙөнөк. Дәүләт ярҙамына йәшелсәне эреһенә-вағына айыра торған яйланма  һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ.  Ауыл хужалығы техникаһы бик ҡиммәт тора, уны һатып алырға һәр кемдең дә ҡулынан килмәҫкә мөмкин, шуға күрә бындай программаларҙың булыуы -  ҙур терәк”, - ти уңған егет.

Районда йәшелсә үҫтереүселәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, тиһәң дә була, улар ҙа йә картуф, йә кәбеҫтә генә үҫтерә. “Ауыл хужалығында кемдер малсылыҡ, ҡайһы берәүҙәр игенселек юлын һайлаған. Беҙ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ. Атайым картуф, кишер, сөгөлдөр үҫтереүгә өҫтөнлөк бирә”, -  ти Осман Магомед улы. Заманында Өфө дәүләт аграр университетының агроинжененрия факультетын тамамлаған егет  беҙҙең климатҡа ҡулайлашмаған  йәшелсәләрҙе лә һынай. 10 гектарҙан ашыу баҫыуҙа   савой, пекин, брокколи тигән кәбеҫтә төрҙәрен, салат үләнен сәскән. Яҙын борос, помидор, ҡыяр  үҫентеләрен һатыуға сығарған.

Османдың төп терәге, кәңәшсеһе - ата-әсәһе, ҡатыны Алина. Шулай бер фекерҙә эшләгәндә , йәшәгәндә генә тормош алға бара, бейек үрҙәр яулана.

 

Ауыл хужалығының яҡшы киләсәге өмөтлө
Ауыл хужалығының яҡшы киләсәге өмөтлө
Автор:Аклима Имамова