Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Июнь , 10:10

Ветеринар врач өсөн ал да, ял да юҡ

Һүҙ - Смаҡ ветеринария участогына ҡараған Воскресенский, Ҡашҡар, Ҡыҙыл Яр утарында, Береговка, Красногорка, Яҡтыкүл, Исламғол, Яңауыл, Смаҡ, Арыҫлан, Шәрип, шулай уҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында хеҙмәт күрһәтеүсе Фәнир Хужахмәтов тураһында.

Ветеринар врач өсөн ал да, ял да юҡ
Ветеринар врач өсөн ал да, ял да юҡ

 

Ветеринар врач өсөн ал да, ял да юҡ

 Һүҙ - Смаҡ ветеринария участогына ҡараған Воскресенский, Ҡашҡар, Ҡыҙыл Яр утарында, Береговка, Красногорка, Яҡтыкүл, Исламғол, Яңауыл, Смаҡ, Арыҫлан, Шәрип, шулай уҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында хеҙмәт күрһәтеүсе Фәнир Хужахмәтов тураһында.

Ҡотош ауыл мәктәбен тамамлағас, ул Ырымбур ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.  “Ҡотош мәктәбе уҡытыусылары ныҡлы белем бирҙе. Химия, биология фәне уҡытыусыһы Зөфәр Алтынсурин, урыҫ теленән Зифа Вәхитоваға рәхмәтлемен”, - ти ул. М. Ғафури исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлаған,  алты йыл Смаҡта ветеринар участкаһы мөдире вазифаһында эшләй. Һөнәренең ниндәй яуаплы икәнен үҙе бик яҡшы аңлай  ветеринар. Табиптар кеше ғүмере өсөн яуап бирә, ә ул мал-тыуар торошо өсөн йәнен бирергә лә әҙер.

“Быйыл мал аҙығы яғынан артыҡ ҡытлыҡ булмаһа ла, төрлөлөк һаҡланманы. Көҙҙән бесән наҡыҫыраҡ булды. Ҡатнаш аҙыҡ та аҙ эләкте. Быуаҙ ваҡыттарында витаминлы аҙыҡ етешмәгәнлектән, быҙаулағанда ҡыйынлыҡтар тыуҙы. Һыйыр быҙаулай алмаһа, ҡырҡ эште ҡырҡ яҡҡа ташлап сығып йүгерергә тура килә.

Беҙҙең эштә белемле лә, физик яҡтан көслө, еңел ҡуллы булыу ҙа талап ителә. Ниндәй генә ҡатмарлы осраҡтарҙа ла ҡаушап ҡалмаҫҡа кәрәк. Ауырыу малға ярҙам иткәндә төрлө хәлдәр була”, - ти ветеринар. Эше ауыр булһа ла, бер ҡасан да үкенгәне булмаған. Әйткәндәй, тормош иптәше Рима Абдулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, ветеринар санитар булараҡ эшкә күскән. Улдары Айгизәр ҙә аҡ халатлылар юлын һайлаған: Башҡорт дәүләт медицина университетының бишенсе курсын тамамлай. Ҡыҙҙары Нурсилә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетын уҡып бөткән.

Ветеринарҙың эше йыл әйләнәһенә бик тығыҙ. Яҙын-көҙөн шәхси  һәм фермер хужалыҡтарындағы малдарға йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы  вакцина, прививка яһайҙар, профилактика, тикшереүҙәр үткәрә. Бал ҡорттарын анализлау, умарталыҡтарға күҙәтеү акты тултырыу ҙа улар өҫтөндә. Ҡашҡарҙа умарталар күп, баҡтиһәң. Фәнир Фәрит улы әйтеүенсә, малдар һаны ла кәмемәй. “Минең участкала әлеге ваҡытта, быҙауҙары менән иҫәпләһәң, яҡынса1700 баш мал бар. “Аквамарин” шәхси хужалығында 190 баш һарыҡ малы иҫәпләнә”, -  ти ул. Смаҡ участкаһында һөнәрен оҙаҡ йылдар намыҫлы башҡарған Тимербай Аҫылбаев, Роза Шаһманова хаҡлы ялға сыҡҡан. Алмашҡа йәш белгестәр уҡып ҡайта,  ҡаланан практика үтергә килеүселәр ҙә бар. Хәҙер ветеринария өлкәһендә яңы технологиялар, яңы алымдар ҙа ҡулланыла, эштә ҡулланыу өсөн  еңел машина бирелгән. Күңелеңде һалып эшләргә лә эшләргә генә ҡала.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: “Кешенең күҙ терәп торған малы ауырыһа, төн уртаһында ла сығып йүгерәбеҙ”, -  ти Фәнир Ҡужахмәтов.

Автор фотоһы.

Ветеринар врач өсөн ал да, ял да юҡ
Ветеринар врач өсөн ал да, ял да юҡ
Автор:Аклима Имамова