Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июнь , 12:05

Күрһәткестәр ҡыуандыра

  Малсылыҡ - ауыл хужалығы өлкәһенең тотороҡло килемле тармаҡтарының береһе. Был йүнәлештә байтаҡ эштәр атҡарыла. “Ағымдағы биш айҙа малсылыҡ тармағындағы эш һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Ит, һөт етештереүҙә үҫешкә ирешеү - малсыларҙың  уртаҡ хеҙ­мәт емеше”, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы  Сергей Новоженин.

 

Малсылыҡ - ауыл хужалығы өлкәһенең тотороҡло килемле тармаҡтарының береһе. Был йүнәлештә байтаҡ эштәр атҡарыла. “Ағымдағы биш айҙа малсылыҡ тармағындағы эш һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Ит, һөт етештереүҙә үҫешкә ирешеү - малсыларҙың  уртаҡ хеҙ­мәт емеше”, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы  Сергей Новоженин.

- Бөгөн күрһәткестәрҙең төп өлөшө алдынғы хужалыҡтарға тура килә. Былтырғыға ҡарағанда мал һаны артҡан (106 процент). Йәмғеһе 9745 баш мал иҫәп­ләнә, шуларҙың 2477-һе - һауын һыйыр. Йылҡысылыҡ йүнәлешендә лә  күрһәткестәр яҡшы. Әлегә 770 баш мал аҫрала.

“Урал” ҡошсолоҡ  комплексында 786 мең күркә иҫәпләнә.

1 июнгә ҡарата ауыл хужалыҡтарында биш ай эсендә 8 мең 998 тонна һөт етештерелгән. Тәүлегенә 61 тонна һөт һауыла. Бер һыйыр  тәүлегенә уртаса 34,6 литр һөт бирә.

Һөт, ит етештереү буйынса “Ашҡаҙар” хужалығы лидерҙар иҫәбендә. Биш ай эсендә 265 тонна ит етештергәндәр. Киләсәктә улар тауар күләмен тағы ла арттырырға маҡсат ҡуйған.

“Иҙел” агрофирмаһы - 67, “Дружба” хужалығы буйынса 26 тонна ит етеште­релгән.

Салауат исемендәге хужалыҡта ла һөт етештереү күрһәткестәре яҡшы. Крәҫ­тиән-фермер хужалыҡтары ҡыуан­дыра: бөгөнгә уларҙа 3336 баш мал иҫәпләнә, шуларҙың 1714-е - һыйыр малы, шулай уҡ 1025 баш йылҡы  бар.  1 июнгә ҡарата 232 тонна ит етештерелгән. Биш айҙа бер һыйырҙан 3071 килограмм һөт һауылған.  Был өлкәлә  уңышлы эшләп килгән Ғүмәр  Иҫәновтың крәҫтиән-фермер  хужалығында 438 баш мал аҫрала, шуларҙың 133-ө - һауын һыйыр (тәүлегенә бер һыйыр 20 литр һөт бирә). Марат Баһауетдиновтың хужалығында 198 баш малдың 60-ы - һауын һыйыр, Яңауыл уңғаны  Руслан Әлимғужиндың фермаһында 175 баш малдың 80-е - һауын һыйыр, Александр Виденеевтың “Хлебодаровка” хужалығында 87  һауын һыйыры бар. Фәнил Нуретдиновтың  хужалығында 163 баш мал иҫәпләнә, 71-е - һауын һыйыр. Фермер Ришат Ғәйнуллиндың хужалығында 140 баш малдың 74-е - һауын һыйыр.

Ит йүнәлешендә тоҡомло мал үрсетеү буйынса уңышлы эшләгән  “Старт”  хужалығында (етәксеһе Илдус Шәрипов) - 255, Илдар Ғирфатовта  - 162, Александр Емелинда -  142, Валерий Павловтың хужалығында 110 баш мал иҫәпләнә.

- Эйе, әлеге өлкәлә уңышҡа ирешеүҙең әллә ни сере юҡ кеүек: мал - тере  йән, уларға иғтибарлы булырға, аҫрағанда барлыҡ ҡағиҙәләр теүәл үтәлергә тейеш. Ә былар барыһы ла кеше факторына барып тоташа. Алдынғы технологиялар, намыҫлы эшселәр хеҙмәте барҙа ғына юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.

 

Автор:Аклима Имамова