Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июнь , 11:55

Һәр көн ҡәҙерле

Ике йыл рәттән килгән тәбиғәт һынауҙарынан һуң  туҡтауһыҙ яуған ямғыр ергә күпме генә һеңһә лә, аҙ һымаҡ.  Халыҡ һынамыштары буйынса  ла яҙҙың ямғырға бай булырын ер кешеһе тойомланы. Быйыл үҫемлекселектә Мәләүез районы аграрийҙары ниндәй культураларға өҫтөнлөк биргән, әле ниндәй эштәр менән шөғөлләнәләр, шул турала райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов менән әңгәмәләштек.

Ике йыл рәттән килгән тәбиғәт һынауҙарынан һуң  туҡтауһыҙ яуған ямғыр ергә күпме генә һеңһә лә, аҙ һымаҡ.  Халыҡ һынамыштары буйынса  ла яҙҙың ямғырға бай булырын ер кешеһе тойомланы. Быйыл үҫемлекселектә Мәләүез районы аграрийҙары ниндәй культураларға өҫтөнлөк биргән, әле ниндәй эштәр менән шөғөлләнәләр, шул турала райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов менән әңгәмәләштек.

- Аркадий Вәсим улы, яҙғы бер көн йылды туйҙыра, ти халыҡ мәҡәле. Апрель-май айҙарында көн һайын тиерлек бер айлыҡ нормаға ярашлы ямғыр яуҙы. Сәсеүлек эшен иртә тамамлағас, орлоҡтар ҙа дәррәү генә шытып, баҫыу-яландар күҙҙе ҡыуандырып, йәм-йәшел хәтфә кеүек йәйрәп ята. Ауыл хужалығы эшсәндәренең кәйефе нисек?

- Әле ҡыуанырға иртәрәк, себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр халыҡта. Көҙҙән тупраҡ өҫтө ныҡ кипте. Әле өҫкө ҡатламында дым һаҡлана, әммә ҡапыл көндәр эҫетһә, тупраҡ ярылып, дымдың быуланып бөтөүе лә ихтимал. Шулай ҙа яҡшы уңыш алыуға өмөт бар.

- Быйыл ниндәй сәсеүлек майҙаны артты? Ужым культураһы ни хәлдә?

- Райондың ауыл хужалығы  баҫыуҙарында бойҙай  - 23 мең, арпа  - 17 мең, һоло  - 1800, борсаҡ - 1700, ҡарабойҙай - 2800, етен - 2500, көнбағыш - 19 мең һәм мал аҙығы культуралары 14 мең гектар майҙанды биләй.

Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуы 390 гектарҙан 748-гә киңәйтелде. Былтыр татлы тамыр үҫтереү менән “Старт”, Салауат исемендәге хужалыҡ шөғөлләнә ине, бы­йыл уларға фермерҙар Рәүеф Ямаев, Ғәфүр Әлмөхәмәтов ҡушылды. Раевкалағы шә­кәр заводы менән килешеү төҙөлгән. 

Ужым баҫыуҙары майҙаны кәметелгәйне, уның ҡарауы, ярауай культураларҙан арпа, бойҙай сәсеүлеге майҙаны - меңәр, ҡарабойҙай - 300, етен - 200,  мал аҙығына кукуруз сәсеүлеге 500 гектарға артты.

Тағы ла шул ҡоролоҡҡа бәйле, ужымға зыян килер тип уйлағайныҡ, бушҡа хафаландыҡ - матур ҡышланы, шулай ҙа 500 гектарҙа ҡабаттан сәсергә тура килде.

Ерҙә эшләгәндәргә әлеге мәлдә һәр көн ҡәҙерле. Ямғырҙар туҡтау менән аграрийҙар сөгөлдөр сәсеүлеген беренсе ҡат химик утаны. Сиратта - ярауай культуралар. “Ашҡаҙар” хужалығы бесәнгә төштө.

- Агросәнәғәт өлкәһендә эшләгәндәр иң игелекле һәм ҡатлаулы эш башҡара. Бары тик ерҙе яратҡанда, ысын күңелдән бирелеп эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Хөрмәтле игенселәребеҙ нәҡ шундай сифаттарға эйә. Һәммәһенә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

- Рәхмәт!

 

 

 

Автор:Аклима Имамова