Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Июнь , 15:15

Тыуған ергә ерегеп

Маҡсатына тоғро ҡалып, бар көсөн, ғүмерен тыуған ергә бәйләгән, ошо ерҙә хеҙмәт итеүгә арнаған фермерҙарыбыҙ байтаҡ. Өлкән быуындың эшен балалары дауам итеүе - үҙе бер ғорурлыҡ. Атаһынан күргән - уҡ юнған, тигәндәй Александр Емелиндың улы Денис та ауыл хужалығы йүнәлешендә   тир түгә. Биш йыл үҙенең фермерлыҡ эшен йәйелдергән уңған 7,5 миллион һумлыҡ дәүләт гранты алыуға ирешкән.

“9-сы класты тамамлағас, улым М. Ғафури исемендәге колхозда урып-йыйыу осоронда комбайн штурвалы артында эшләне. Һуғып алынған иген күләме буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәткәне өсөн уға бортлы “УАЗ”ик бүләк иттеләр”. - Александр Анатольевичтың тауышында атайҙарға хас тыйнаҡ ҡына ғорурланыу тойғоһо һиҙелә.  “Бәләкәй саҡтан техника “ен”е ҡағылған тип әйтәйемме, ер һөрөү, эшкәртеү, техника ремонтлау кеүек эште энәһенән-ебенә тиклем белгәс, башҡа юлдан китмәҫе көн кеүек асыҡ ине”, - ти Александр Емелин. Хәйер, Денис Мәләүез һөт техникумында уҡып сығып, әрме сафында ил алдында бурысын үтәп ҡайтҡас, кинология хеҙмәте буйынса белем ала, шул йүнәлештә хеҙмәт итә, тик ул эштең күңеленә ятмағанын тиҙ аңлай. Баштараҡ атаһының ҡулы аҫтында малсылыҡ, игенселек нескәлектәренә төшөнһә, 2017 йылда үҙенең хужалығын булдыра. Бөгөнгә 130 гектарҙа сәсеүлек ере, 14 баш малы бар. Ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән аҡсаға мал аҙығы бутағыс техника һәм йәй аҙаҡтарында Воронеж өлкәһенән абердин-ангус тоҡомло таналар алып ҡайтмаҡсы. Егәрленең ҡулы егерме, тиҙәр халыҡта. Булмышы менән ер кешеһе ул Денис,  тыуған ерендә ауыл хужалығында тир түгеү - уның өсөн  ҙур бәхет. Уңғандарға, белеүегеҙсә, уңыш һәр саҡ юлдаш була.

Автор:Аклима Имамова