Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июнь , 15:35

“Иҙел”дә һабантуй гөрләне

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, йәйҙең йәмле бер көнөндә “Иҙел” агрофирмаһы хеҙмәтсәндәре ун йыллыҡ юбилей айҡанлы һабантуй байрамына йыйылды.

 

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, йәйҙең йәмле бер көнөндә “Иҙел” агрофирмаһы хеҙмәтсәндәре ун йыллыҡ юбилей айҡанлы һабантуй байрамына йыйылды.

Ауыл хужалығы тармағы районыбыҙ иҡтисадының нигеҙе булып тора, тиһәк, бер ҙә хаталанмаҫбыҙ.  Ә ул талантлы етәксе, белгес, механизатор, агроном һәм ерҙе, ауылды ысын мәғәнәһендә яратҡан һәр ауыл хужалығы хеҙмәткәренең көндәлек эшенә бәйле. “Иҙел” агрофирмаһы тиҫтә йыл элек Данияр Ғәбитов етәкселегендә Арыҫлан совхозы базаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм бөгөн уң ҡулы, тормош иптәше Римма Ғилметдин ҡыҙы менән берлектә өлгөлө эш алып бара. Шул осорҙан хужалыҡта юғары етештереүсәнле заманса техника базаһы туплана, сәсеүлек ере 7700 гектарҙан 11660 гектарға тиклем киңәйтелә. Быйылғы сәсеү кампанияһын ҡыҫҡа ваҡытта биш сәсеү агрегаты  атҡарып сыҡҡан. Предприятиеның барлыҡҡа килгән генә осоронда сәсеү 36 берәмек техника ярҙамында башҡарылғаны иҫтә.

Предприятие етәксеһе  Данияр Ғаяр улы һөнәре буйынса агроном булғанғамы, юғары маржиналь культураларға өҫтөнлөк бирә: тары, етен, рапс, яҫмыҡ (чечевица), ҡарабойҙай, бойҙайҙың ҡаты сорты. Улар культура үҫтереүҙә тик үҙҙәренең технологияһын уйлап сығарған. Юғары уңыш алыу, әлбиттә, агротехника талаптарын, эшкәртеү технологияһын үтәлешен талап итә. Элегерәк ашламалар 6-8 миллион һум самаһы күләмдә һатып алынһа, хәҙер сығымдар 70 миллион һумға барып баҫа. Әйткәндәй, Һамар-Ивановкала ауыл хужалығы инфраструктураһында төҙөлөшкә лә ныҡлы иғтибар бүленә, агрофирма был маҡсатта йылына 40-70 миллион һум тотона.

Үҫемлекселек кенә түгел, малсылыҡта ла һынатмай улар: ит йүнәлешен һайлаған “иҙел”дәр гелефорд тоҡомло һыйыр малы үрсетә, бөгөн иһә хужалыҡта 800 баш мал иҫәпләнә.

Данияр Ғаяр улы байрам сараһына килгән ҡунаҡтарҙы предприятиеның уңыштары менән таныштырып, хеҙмәт алдынғылары,  тырыш механизаторҙар Александр Баранов, Виктор Клоков, Евгений Овчинников, Нил Баһауетдинов, Сергей Оськин, Владимир Пименов, Линир Мысырғәлин, Әнүр Рафиҡов, белгестәр Фидүс Ғәлиев, Александр Янгаловтың исемдәрен атап  үтте, шулай уҡ  фиҙаҡәр хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәргә, ветерандарға Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр тапшырҙы.

Ауыл эшсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға район, ауыл хужалығы етәкселәре, абруйлы шәхестәр, хеҙмәттәшлек иткән “АгроЭкспертГрупп”, “Башагровита”, “Август” фирмаһы вәкилдәре лә саҡырылғайны, улар юбилейға буш ҡул менән килмәгән. Райондың ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов үҙенең сығышында уңышлы эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Бөгөн “Иҙел” агрофирмаһының ере Әбет, Александровка, Первомай ауыл биләмәһенә ҡараған 12 ауылды берләштерә. Йыл һайын пайсыларға бойҙай таратыла. Унан тыш хужалыҡ урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү һәм башҡа программаларға ярашлы, ремонт, төҙөлөш эштәрендә үҙенең матди ярҙамын күрһәтә”, - тине һәм эшсәндәргә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләне.

Тырышһаң, ауыл хужалығында насар йәшәмәҫһең. Бөгөнгө көндә иҙелдәрҙең уртаса йыллыҡ эш хаҡы 380 мең һумға баҫа. Сәсеү барышында бушлай ашатыу ойошторолған. Унан тыш, намыҫлы эшләгәндәргә санаторийҙарға юллама бирелә, ғаилә байрамдарында ла эшселәр иғтибарһыҙ ҡалмай.

 Иҙелдәр байрамға ныҡлы әҙерләнгән. Райондан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар йыр-моң менән үрелеп барған концертты тамаша ҡылып, рәхәтләнеп күңел асты.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә:

Автор фотолары.

Автор:Аклима Имамова