+16 °С
Болотло
Йәйҙең тәүге айын теүәлләп киләбеҙ. Ауыл хужалыҡтарында яландарҙа эштең ҡыҙған осоро. Салауат исемендәге хужалыҡтың Һабаш бүлексәһендә лә күп йыллыҡ бесәнде сабып, 1644 тонна һыйҙырышлы бер соҡорҙо сенаж менән тултырып япҡандар. Механизатор Фәнил Фәйзуллин заманса техникала әле Ергәндәге яландарҙа бесән әҙерләү менән мәшғүл. Ундағы сенаж соҡороноң һыйҙырышлығы - 3,5 мең тонна. ”Беҙгә ямғырҙар ҡамасамаулай, тиерлек. Быйыл мал аҙығы мул булмаҡсы, сифаты ла яҡшы, шуға күрә сенаж соҡорҙары, силос складтарын запас менән тултырырға тырышабыҙ”, - ти Салауат исемендәге хужалыҡтың директор урынбаҫары Илдус Икбаев.