ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июнь 2022, 12:05

Тоҡом үрсетеү - изге эш

Бәрәкәтле Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалығында малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса белгестәрҙең XXVII республика конкурсы уҙҙы. Унда БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Фәрит Вәлитов, Ләлә Дәүләтбаева, БР ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов,  республика агросәнәғәтенең профсоюз комитеты рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова, тәжрибәле жюри ағзалары, 33 райондан ауыл хужалығы идаралығы һәм ветеринар станция белгестәре ҡатнашты.

 

Бәрәкәтле Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалығында малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса белгестәрҙең XXVII республика конкурсы уҙҙы. Унда БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Фәрит Вәлитов, Ләлә Дәүләтбаева, БР ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов,  республика агросәнәғәтенең профсоюз комитеты рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова, тәжрибәле жюри ағзалары, 33 райондан ауыл хужалығы идаралығы һәм ветеринар станция белгестәре ҡатнашты.

Сараны үткәреүҙә Салауат исемендәге хужалыҡты һайлау осраҡлы түгел. Һабаш, Ергән бүлексәһендә бөтәһе 2334 баш тоҡомло мал аҫрала, шуның 712-һе - һауын һыйыр.  Көндәлек һауым  яҡшы, һөт сифаты юғары: хужалыҡта тәүлегенә 19 тонна һөт һауыла, һәр һыйырға уртаса 26,7 килограмм аҡ тура килә. Малды туҡландырыуға иғтибарҙың етди булыуы ла һөт күләменә йоғонто яһай.

Сараға килгәндәрҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡайнар сәләмләне, респубика етәкселегенең агросәнәғәт комплексы ойошмаларын техниканы модернизациялауҙа ныҡлы ярҙам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, конкурсанттарға уңыш теләне.

“Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуҙың малсылыҡта үрсем алыуҙы күтәреүҙә, ит-һөт етештереүҙе арттырыуҙа һөҙөмтәлелеге тәжрибәлә һыналған. Бөгөн республиканың ауыл хужалыҡтарында 190 мең баш мал (86 процент) биологик технологиялар ярҙамында аталандырыла. Киләсәктә был һанды артырырға маҡсат ҡуйғанбыҙ. Дәүләт ярҙамында республика хужалыҡтарына йыл да 6,5 мең тоҡомло мал ҡайтартыла. Был үҙ йәһәтенән төбәктәрҙе иҡтисади үҫешкә илтә”, - тине Фәрит Рауил улы үҙ сығышында конкурс өсөн шарттар тыуҙырған өсөн Мәләүез район хакимиәте биләмәһе башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмис Иманғоловҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп. Сәхнә түренә күтәрелгән башҡа ҡунаҡтар ҙа был конкурстың географияһы киңәйеүен, йылдан-йыл күберәк район хужалыҡтарын йәлеп ителеүен телгә алды. Әйткәндәй, был сарала Свердловск өлкәһенән, Удмуртиянан да вәкилдәр бар ине. Стәрлетамаҡтан Наумовка күп йүнәлешле колледж студенттары ла үҙ көсөн һанарға теләк белдергән.

Конкурсты асҡандан һуң, флаг күтәреү хоҡуғы яһалма ҡасырыу буйынса чемпион исемен яулаған Саҡмағош районы “Герой” кооперативы-колхозынан Гөлшат Солтановаға бирелде.

Республика ярышына килгән 57  конкурсант  үҙ эшен теүәл һәм аныҡ үтәне. Сара малды яһалма ҡасырыу белгестәренең эше аталыҡ орлоҡтарын иретеү, теоретик белеиде тикшереү, һыйырҙы яһалма ҡасырыуҙа оҫталыҡты күрһәтеүҙән ғибәрәт ине.

Жюри ағзалары  тарафынан ҡатнашыусыларҙың эш сифатына, етеҙлегенә, таһыллығына, һөнәр оҫталығына баһа бирелде, кәмселеге, етешһеҙлеге иҫәпкә алынды.

Һөҙөмтәлә XXVII республика конкурсының чемпионы исеменә иң күп балл йыйған Туймазы  районының “Нерал Матрикс”  ауыл хужалығы предприятиеһы операторы Фәдис Шәмсетдинов лайыҡ булды. “Ашҡаҙар”  хужалығынан Асҡар Едильбаев - 2-се, Яңауыл районынан Вячеслав Рәхимйәнов өсөнсө урында. Ветеринар белгестәр араһындағы ярышта Яңауыл районынан Алһыу Гәрәева - беренсе, Дыуан районынан Маргарита Йосопова икенсе, Мәләүез ветеринар станцияһы белегесе Денис Крылов өсөнсө урын яуланы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, Диплом тапшырылды.

Сергей Новоженин, баш зоотехник:

Яһалма ҡасырыусының эше көндәлек врач хеҙмәтенә тиң. Тере организм менән эш итеү, уны тойоу һәм теүәл диагноз ҡуйыу өсөн ҙур тәүәккәллек, һиҙемләү һәләте лә кәрәк. Был эштә ветеринария буйынса алған белем дә, тәжрибә лә ярҙам итә. Был юлы районыбыҙҙан дүрт конкурсант үҙ көсөн һынаны. Уларҙың барыһын да үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтер инем.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: “Ашҡаҙар”  хужалығынан Асҡар Едильбаев.

Автор фотоһы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: