Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Июль , 16:30

Һыуыҡ йәй үҙенекен итә

Һыуыҡ йәй үҙенекен итә - асыҡ ерҙәге помидорҙар насар үҫә. Уларҙың үҫешен көсәйтеү, төрлө сирҙән һаҡлау өсөн нимә эшләргә мөмкин? (Аҫтағы һылтанмаға инеп уҡығыҙ).

Һыуыҡ йәй үҙенекен итә - асыҡ ерҙәге помидорҙар насар үҫә. Уларҙың үҫешен көсәйтеү, төрлө сирҙән һаҡлау өсөн нимә эшләргә мөмкин? Сәскә ата башлаған осорҙа  сирҙе киҫәтеү өсөн препараттар: “Псевдобактерин - 2”, “Фитоспорин - М”, йәки бордос шыйыҡсаһы һибеп сығыу томаттарға бальзам кеүек тәҫъир итә Ике көн тотҡан көл төнәтмәһе һибеү ҙә помидар үҫентеләрен сәләмәтләндереп ебәрә. Бының өсөн 10 литр һыуға 250-300 грамм көл һалып, эретмә әҙерләйбеҙ. Һыу тонғас, үҫентеләргә бөркөп сығабыҙ Сөпрә эретмәһе фитофторҙан ҡотҡарып ҡына ҡалмай, үҫентеләрҙе бик һәйбәт ашлай. 10 литр һыуға 100 грамм киҫәкле сөпрә һалып, эретәбеҙ һәм помидор ҡыуағына һибәбеҙ.

Июль айында помидор үҫентеләрен генә түгел, һәр бер культураны туҡландырырға кәрәк. Органик ашлама сифатында тауыҡ тиҙәге(1: 25) йәки һыйыр тиҙәге (1:10) эретмәһе, көл төнәтмәһе (10 литр һыуға бер стакан иҫәбенән), сапҡан үлән төнәтмәһен ҡулланырға мөмкин.

Помидор үҫентеләренең ергә тейгән япраҡтарын киҫергә онотмағыҙ, сөнки япраҡҡа тупраҡтан фитофтороз күсергә мөмкин.

Автор:Аклима Имамова