+14 °С
Болотло
Мәләүез районы аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып сенаж әҙерләүҙе тамамланы. Һутлы аҙыҡ әҙерләү план буйынса 27 мең тонна булһа, 32 600 тонна һалынған. Күп йыллыҡ үлән сәселгән баҫыуҙарҙы сабып бөтөрөп киләләр, механизаторҙар һуңғы гектарҙарҙы иңләй. Бесән әҙерләү дауам итә, 8630 гектарҙа сабып йыйып алынған, ул кәрәкле күләмдең 50 процентын тәшкил итә.
Киләһе аҙнала, аяҙ һауа торошо торһа, ҡайһы бер хужалыҡтар ужым культураһы уңышына төшөргә ниәтләй. “Иген башаҡтары тулы, шуныһы ҡыуандыра. Ә бына көнбағыш сәсеүлеге яңы сәскә ата башланы, былтырға ҡарағанда саҡ ҡына һуңлай”, - тип райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов үҙенең күҙәтеүе менән уртаҡлашты.