ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Июль 2022, 08:45

Ере барҙың көнө бар

Ерҙе хосусилаштырыуға ҡағылышлы закондарҙы кеше беләме?  Халҡыбыҙ бөгөн ер мәсьәләһенә бәйле белемлеме, әллә, үҙҙәрен ҡайғыртмай, хәстәрләмәй артабан да һәүетемсә йәшәүен дауам итәме?

Ере барҙың көнө бар
Ере барҙың көнө бар

 

Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығын бергә йыйған, ҡуйынында алтын-көмөштән, һәр төрлө аҫыл таштарҙың иҫәпһеҙ хазинаһын һаҡлай тыуған төйәгебеҙ. Күпереп торған ҡара тупраҡлы ерҙәре, күҙ яуын алып торған матур һәм хуш еҫле сәскәләргә, ҡыҙарып бешер еләккә күмелгән болондары һәм туғайҙары әллә ҡайҙа, алыҫҡа йәйелгән.

Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле йылға-күлдәргә, беренсеһе икенсеһенән мөһабәтерәк булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүефһеҙлек биргән ҡуйы урмандарға бай тыуған яғыбыҙ. Ерҙе хосусилаштырыуға ҡағылышлы закондарҙы кеше беләме?  Халҡыбыҙ бөгөн ер мәсьәләһенә бәйле белемлеме, әллә, үҙҙәрен ҡайғыртмай, хәстәрләмәй артабан да һәүетемсә йәшәүен дауам итәме? Ошо темаға бәйле һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатында  гәзит уҡыусыларыбыҙҙы “Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө” муниципаль бюджет учреждениеһының кадастр инженеры Булат Мәғизов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

  • Булат Илдус улы, ер менән идара итеү һөнәренә уҡып сығырға кем тәҡдим итте? Үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе?
  • Сығышым менән Күгәрсен районы Йомағужа ауылынанмын. Атайым теүәл фәндәрҙән уҡытты. Черчение, математика дәресен ярата торғайным. Шуғалыр ҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ер төҙөлөшө факультетын һайланым. 2006 йылдан һөнәрем буйынса “Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө” муниципаль бюджет учреждениеһында эшләйем, ауыл хужалығына ҡараған ерҙәрҙе, бесән-көтөүлектәрҙе рәсмиләштерәм. Һөрөнтө ер, бесәнлектәр буйынса ыҙанлау үткәрәм, документ тултырам, унан власть органдары уны раҫлай. Элегерәк был эште район хакимиәтенә ҡараған белгестәр башҡарһа, хәҙер Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына мәғлүмәт туплайбыҙ, күсемһеҙ милек обьектын иҫәпкә ҡуя.
  • Элек-электән мал тотҡан ауыл халҡының үҙенә беркетелгән бесәнлек ере булған, бар, шуға артыҡ хафаланмай көн итеүен дауам итә. Артабан да шулай ҡалыр, тип уйлай әҙәм балаһы. Әммә рәсмиләштерелмәгән ер кадастр картаһында ҡулланылмай ятҡан майҙан кеүек күренә. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр уны документаль ҡуртымға алырға ашыҡмай? Сәбәбе нимәлә?
  • Әлеге көндә халыҡ йәшәгән, ҡулланған ер тураһында кадастр палатаһына мәғлүмәт бирергә тейеш. Аҡса мәсьәләһенә бәйле, халыҡ артыҡ ҡыбырламайҙыр, тим. Сөнки межалау түләүле, аренда өсөн дә аҡса сығарырға кәрәк. Мәғлүмәт өсөн: бесәнлектәр - өс, сәсеүлектәр 49 йылға тиклем ҡуртымға бирелә. Тулыһынса үҙ ерҙәрен рәсмиләштереп бөтмәгән фермерҙар бар әле. Ә бына Мәләүез, Первомай ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған бесәнлек ерен халыҡ әүҙем рәсмиләштерә. Сағыштыру өсөн, Краснодар яғында был эш 1990-сы йылдарҙа уҡ башланғайны. Унда халыҡ ер ҡәҙерен күптән аңлаған.
  • Документ әҙерләү, чертеж һыҙыу эше күп ваҡытты аламы?
  • Күләменә ҡарап. Бәләкәй хужалыҡтыҡын бер-ике көн эсендә, колхоз ерендәге һәр яландың майҙанын үлсәп, документаль теркәгәү өсөн айлап ваҡыт китергә мөмкин. Чертеж һыҙыуҙа компьютерҙа махсус программа бик ҡулай, элеккесә ватманға һыҙмайбыҙ. Геодезистар Рафаэль Ҡорбанғәлиев, Владимир Иванов, Станислав шалов үҙ эшен яҡшы башҡара.
  • Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй кәңәш әйтер инегеҙ?
  • Өй, ауыл хужалығы ерҙәре булһынмы, үҙегеҙҙеке тип иҫәпләгән милектең адресын, кадастр номерын яҙып, Росреестрҙың сайтына инеп ҡарағыҙ. Бәлки, ҡулығыҙҙа документ булмаған хәлдә лә, Росреестрҙың сайтында теркәлмәгәндер. Ер мәсьәләһе бик сетерекле, үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡайғыртмаһағыҙ, ят хәстәрләмәҫ.
  • Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: Үҙ ерегеҙгә үҙегеҙ хужа булығыҙ”, - ти кадастр инженеры  Булат Мәғизов.

Автор фотоһы.

Ере барҙың көнө бар
Ере барҙың көнө бар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: