Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Июль , 08:55

Яңы уңышты ҡабул итергә әҙер

Быйыл уңыш мул булмаҡсы. Мәләүез элеваторы  94 мең тонна иген (шул иҫәптән 45 мең тонна бойҙай), 10 мең тонна арпа, 15 мең тонна арыш, 3 мең тонна һоло, 2 мең тонна борсаҡ, 2-шәр мең тонна етен, рапс, ҡарабойҙай һәм 15 мең тонна көнбағыш культураһын ҡабул итергә әҙер. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса  филиалы сертификатлау бүлеге начальнигы Гөлнара Павлова продукцияны сифатлы һаҡлау өсөн  барлыҡ келәттәрҙе дезинсекциялауға ныҡлы иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яңы уңышты ҡабул итергә әҙер
Яңы уңышты ҡабул итергә әҙер

 

Эксперттар төркөмө предприятиеның биләмәһен, биналарын, йыһаздарын, ҡорамалдарын һәм механизмдарын ҡараны. Белгестәр келәттәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлде.

Элеватор хеҙмәткәрҙәре киләһе уңышты ҡабул итеүгә ентекле әҙерләнгән, күп төҙөлөш эштәре башҡарылған. Келәттәр, иген киптергес һәм елләткес, үлсәү йыһаздары, элеваторға йөк машиналарының инеү юлдары һәм ашлыҡ ҡабул итеү майҙандары тәртипкә килтерелгән.

 Быйыл уңыш мул булмаҡсы. Мәләүез элеваторы  94 мең тонна иген (шул иҫәптән 45 мең тонна бойҙай), 10 мең тонна арпа, 15 мең тонна арыш, 3 мең тонна һоло, 2 мең тонна борсаҡ, 2-шәр мең тонна етен, рапс, ҡарабойҙай һәм 15 мең тонна көнбағыш культураһын ҡабул итергә әҙер. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса  филиалы сертификатлау бүлеге начальнигы Гөлнара Павлова продукцияны сифатлы һаҡлау өсөн  барлыҡ келәттәрҙе дезинсекциялауға ныҡлы иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Комиссия райондың  ашлыҡ ҡабул предприятиелары - Ергән, Мәләүез элеваторының иген һәм майлы культуралар уңышын ҡабул итергә лә, эшкәртергә лә һаҡлауға ла әҙер, тигән һығымта яһаны.

 

Яңы уңышты ҡабул итергә әҙер
Яңы уңышты ҡабул итергә әҙер
Автор:Аклима Имамова