Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Июль , 08:30

Яңыһына ни етә!

“Беларусь” тракторы илебеҙ ауыл хужалыҡтарында  тиҫтә йылдар ҡулланыла. Яңыраҡ Салауат исемендәге кооператив  “Гомсельмаш”  заводы етештергән ике  иген йыйыу комбайны һатып алды.

Яңыһына ни етә!
Яңыһына ни етә!

 

Башҡортостан менән Белорусия араһында хеҙмәттәшлек нығый. “Беларусь” тракторы илебеҙ ауыл хужалыҡтарында  тиҫтә йылдар ҡулланыла. Яңыраҡ Салауат исемендәге кооператив  “Гомсельмаш”  заводы етештергән ике  иген йыйыу комбайны һатып алды. Бындай маркалы техника фермер хужалыҡтарында бар, тик быныһы замансараҡ. Кабинала заманса кондиционер, климат-контроль, тағы ла ашлыҡ һуҡҡыс ҡоролма  үҙгәртелгән. Иген урғыстың киңлеге элекке комбайндарҙа 7 метр булһа, яңыһында 9 метр тәшкил итә. “Техника  беҙҙең өсөн яңы. Баҫыуҙар тигеҙ түгеллеге иҫәпкә алынған, иген урғыста рельеф күсермәһе бар. Тик ваҡыт ҡына техниканың  ыңғай һәм йомшаҡ яҡтарын күрһәтә ала”, - ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Динис Иҫәкәев.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Яңыһына ни етә!
Яңыһына ни етә!
Автор:Аклима Имамова