Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Август , 10:40

Уңыш яҡшы булһын ни кәрәк?

"Ашҡаҙар” йәмғиәтендә сәсеүлектәрҙе бөжәктәрҙән, сирҙәрҙән һөҙөмтәле һаҡлау, заманса техника менән таныштырыу маҡсатында ауыл хужалығында эшләгән белгестәрҙең махсус семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Унда БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов,  республиканың тиҫтәләгән районынан 90-ға яҡын аграрий  ҡатнашты.

 

“Ашҡаҙар” йәмғиәтендә сәсеүлектәрҙе бөжәктәрҙән, сирҙәрҙән һөҙөмтәле һаҡлау, заманса техника менән таныштырыу маҡсатында ауыл хужалығында эшләгән белгестәрҙең махсус семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Унда БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов,  республиканың тиҫтәләгән районынан 90-ға яҡын аграрий  ҡатнашты.

“Хужалыҡ етәксеһе Илдус Хәлитов - агросәнәғәттә бай тәжрибәле белгес. Уның менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә 15 йылдан ашыу. Бында заманса техника ҡулланыла, етештереү технологияһы ла йылдан-йыл камиллаша”, - тине үҙ сығышында “Сингента” компанияһының төбәк вәкиле Фәнүр Вәлитов һәм сараны ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн “Ашҡаҙар” хужалығы етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.

БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов үҙ сығышында иҡтисади һынауҙарға дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, республика агросәнәғәтендә яңы технологиялар үҙләштерелеүен, техника һатып алыныуын, хужалыҡтарҙың етештереүсәнлеге артыуын билдәләне. Заманса техникаһыҙ игенселектә алға китеш, ауыр, әлбиттә. Аграрийҙарҙы борсоған һорау - алынған техника өсөн былтырғы сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялау буласаҡмы? Санкцияларға бәйле, сит ил техникаһы Рәсәйгә  килеп етәсәкме? Быйыл ғына республика хужалыҡтарына 1 миллиард 200 миллион һумға  техника алынған, субсидияның байтаҡ өлөшө ҡайтарылған. Әйткәндәй, ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу  буйынса мәләүездәр республикала тәүге бишәү иҫәбендә.

Сараға килеүселәрҙе “Ашҡаҙар” йәмғиәте етәксеһе Илдус Тимерхан улы сәләмләне һәм хужалыҡта алып барылған эш алымы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Сәсеү орлоғон әҙерләүҙә,  интексицидтар, фунгицидтар менән ашлауҙа “ашҡаҙар”ҙар брендлы фирма менән генә хеҙмәттәшлек итә. Һөҙөмтәләр ҙә күҙгә бәрелеп тора. (Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә өс мең гектарҙа сәселгән көнбағыш сәсеүлегенең идеаль торошона һәр кем иғтибар иткәндер.)

Малсылыҡ йүнәлешендә ла әүҙем эш алып барыла: хужалыҡта 5 меңдән ашыу тоҡомло һыйыр малы бар, бөгөн көндәлек һауым 68 тонна тәшкил итә - был республикалағы яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Малдың аҙығы телендә, шуға ла туҡландырыуҙың сифаты яҡшы. Хужалыҡтың үҙенең цехы бар, шуға ла мал аҙығы әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Соя, көнбағыш, рапс төпрәһе ҡатнаштырылған юғары протеинлы продукт сифатлы һөт, артым алыуға килтерә. Был -  үҙ эшен яратып башҡарған малсыларҙың хеҙмәте лә, мал аҙығы базаһының ныҡлы булыуы ла. Быйыл бесән мул, шуға яңыраҡ тағы ике силос соҡоро эшләгәндәр. Ғөмүмән, хужалыҡта төҙөлөш һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Быҙау һәм таналар өсөн бина, тиреҫ өсөн лагуна төҙөлә.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ринат Бикбулатов төбәктең ауыл хужалыҡтары, сәсеүлек, бесәнлек, көтөүлек ере майҙаны, алынған техника буйынса һандар менән таныштырҙы.

Семинарҙың икенсе өлөшө “Ашҡаҙар” хужалығының сәсеүлек баҫыуҙарында уҙҙы. Ярауай культура, көнбағыш баҫыуҙары үҙенең  һәйбәт торошо  менән һәр кемде һоҡландырҙы, силосҡа тип сәселгән кукурузаның оҙонлоғо өс метрҙай! “Сигента”, “Матрикс Универсал” йәмғиәте эксперттары семинарҙа ҡатнашыусыларҙы хужалыҡтың сәсеү-урыу эшендә ҡулланылған заманса технкаһы менән яҡындан таныштырҙы, ярауай, техник культура сәсеүлектәрен баһаланы, уларҙы комплекслы туҡландырыу, төрлө сирҙәрҙән һаҡлау серҙәре, ерҙе эшкәртеү  тураһында бай мәғлүмәт менән бүлеште.

Һандар

Мәләүез районында ер биләмәһе 320 мең гектар тәшкил итә. Шуның 108,2 мең гектары - һөрөнтө ер, 190 мең гектары - ауыл хужалығында файҙаланыла. Шул иҫәптән 17,6 мең гектары - сабынлыҡҡа, 44,1 мең гектары көтөүлеккә ҡарай.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: Уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға яҙһын.

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы етәксеһе Илдус  һәм Илнур Хәлитовтар.

Эксперттарҙың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Автор фотолары.

Автор:Аклима Имамова