Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Сентябрь 2022, 16:30

Игенсенең ҡара тире түгелеп табыла икмәк

Ер ҡәҙерен беләләр  беҙҙең Мәләүез яҡтарында!

Ике яҡта ла икһеҙ сикһеҙ йәйелгән иген яландары араһындағы юлдарҙан эш машинаһында елдерәбеҙ. Иген йыйылып алынғас та һап-һары баҫыуҙар бәрхәтте хәтерләтә, күҙҙе иркәләй. Ер ҡәҙерен беләләр  беҙҙең Мәләүез яҡтарында! “Иҙел”  агрофирмаһы баҫыуын бер юлы иңләгән ундан ашыу комбайнды күреп хайран ҡалам! “900 гектарҙа ярауай бойҙай, 200 гектарҙа тары  культураһы уңышын йыйып алырға ҡалды. Ҡарабойҙай сәсеүлеге яҫмаларға һалынған. Унан һуң көнбағышҡа сират етә. Механизаторҙарыбыҙ арыны. Игенсенең ҡара тире түгелеп табыла икмәк”, - ти хужалыҡтың директор урынбаҫары Юрий Апракин.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: