Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Сентябрь 2022, 08:25

Орлоҡ яҡшы һаҡланасаҡ

Ҡырҙан орлоҡ һатып алыу отошломо, әллә үҙебеҙҙең төбәккә яраҡлаштырылғаны һәйбәтме? Был һорауға ауыл хужалығында эшләгәндәр генә түгел, үҙ баҡсаһында емеш-еләк үҫтергәндәр ҙә дөрөҫ яуап ҡайтара  алалыр.

Орлоҡ  яҡшы һаҡланасаҡ
Орлоҡ яҡшы һаҡланасаҡ

 

Ҡырҙан орлоҡ һатып алыу отошломо, әллә үҙебеҙҙең төбәккә яраҡлаштырылғаны һәйбәтме? Был һорауға ауыл хужалығында эшләгәндәр генә түгел, үҙ баҡсаһында емеш-еләк үҫтергәндәр ҙә дөрөҫ яуап ҡайтара  алалыр. Районыбыҙҙа “Ашҡаҙар”, “Трудовик” һәм Салауат исемендәге хужалыҡтар ете йылдан ашыу сәсеү өсөн элиталы орлоҡ етештерә. Яңыраҡ республиканың “Россельхозцентр” федераль дәүләт учреждениеһы филиалы етәксеһе урынбаҫары Лилиә Баҡыева һәм Мәләүез ҡалаһы ”Россельхозцентр” бүлеге начальнигы Виктор Кризский ҡатнашлығында комиссия үрҙә телгә алынған хужалыҡтарҙың матди-техник базаһын, келәт, елләтеү ҡоролмаларын, орлоҡ таҙартыу техникаһын тикшерҙе һәм яҡшы тип баһаланы.

Сифатлы орлоҡ юғары уңыш нигеҙе булып тора. Уларҙың башлаған эшенең һөҙөмтәһе күренә, был хужалыҡтарҙың эше маҡтауға лайыҡ Элиталы орлоҡ үҫтереү менән бер рәттән, улар уны әҙерләү технологияһын да камиллаштыра. Был эштәр район ауыл хужалығына файҙа ғына килтерә. Етәкселәр әйтеүенсә,  яңы сорттарҙы үҫтереү мөһим, ләкин орлоҡто сифатлы итеп әҙерләү тағын да мөһим шарт булып тора.

 

Орлоҡ  яҡшы һаҡланасаҡ
Орлоҡ яҡшы һаҡланасаҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: