Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Сентябрь 2022, 16:35

Һуңғы гектарҙар ҡалды

Көҙгө уңыш йыйыу ахырына яҡынлаша кеүек. 

Һуңғы гектарҙар ҡалды
Һуңғы гектарҙар ҡалды

 

Ике яҡта ла икһеҙ сикһеҙ йәйелгән иген яландары араһындағы юлдарҙан эш машинаһында елдерәбеҙ. Иген йыйылып алынғас та һап-һары баҫыуҙар бәрхәтте хәтерләтә, күҙҙе иркәләй. Ер ҡәҙерен беләләр  беҙҙең Мәләүез яҡтарында, ҡый үләне баҫҡан бер ялан күренмәй!

“Иҙел”  агрофирмаһына ҡараған баҫыуҙы бер юлы иңләгән тиҫтәнән  ашыу комбайнды күреп хайран ҡалам! “Бөгөн  143 гектар майҙанда уңыштың бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алырға ниәт. 900 гектарҙа ярауай бойҙай, 200 гектарҙа тары  культураһы уңышын йыйып алырға ҡалды. Гектар ҡеүәте  30 -33 центнер тәшкил итә. Ҡарабойҙай, тары сәсеүлеге яҫмаларға һалынған. Унан һуң көнбағышҡа сират етә. Механизаторҙарыбыҙ арыны. Игенсенең ҡара тире түгелеп табыла икмәк”, - ти хужалыҡтың директор урынбаҫары Юрий Апракин. Механизаторҙарҙың юл ситендәге бункерҙарға, “КамАЗ” машинаһына комбайндан игенде бушатып, төшкө ашҡа туҡтаған мәлдә тап иттек. “Августа һауа торошо иген культураһын йыйыу өсөн идеаль булды, эшлә генә. Өйҙә торған, ғаилә ағзаларын күргән дә юҡ, иртә таңдан эшкә китәһең, эш киске унда туҡтала. Хужалыҡ етәкселеге уттай ҡыҙыу мәлдә  һәр ғаиләне ярҙамынан өҙмәне, бесәнен дә, техникаһын  бирҙе, шуға күңел тыныс”, - ти Флүр Буранғолов. Яланда ике тапҡыр ашатыу ойошторолған. Әңгәмәләшкән  арала Әнүр Ишмырҙин контейнерҙарға һалынған ризыҡты механизаторҙарға таратып бирҙе. Әйткәндәй, туҡлыҡлы ҡайнар аш, бутҡа янына ҙур киҫәкле ит котлетаһы янында тәмле булып бешкән пирожки лә бар.

Игенселәр тамаҡ туйҙырған арала Юрий Алексеевич эш барышы менән таныштырыуҙы дауам итә. Әлбиттә, механизаторҙарҙың эше маҡтауға лайыҡ. Александр Барановтың урып һуғылған ашлыҡ 21748 центнер тәшкил итә, икенсе урында Иван Меркулов, уның күрһәткесе - 20712 центнер. Владимир Пименов, Евгений Бычков, Флүр Буранғолов,  Иван Бобир, Альбер Әғлиуллин, Миҙхәт Бәҙриев та уларҙан саҡ ҡына ҡалыша. Тракторсылар Наил Баһауетдинов, Евгений Овчинников ужым сәсеүгә төшкән, өс төрлө иген культураһы көҙҙән 2,5 мең гектар майҙанда бураҙналарға һалынасаҡ. Көҙҙөң ҡоро килеүе генә киләһе уңышҡа кире тәъҫир итер, тип хафалана етәксе. Һауа шарттары торошо уларҙан тормай шул.

Көҙгө уңыш йыйыу ахырына яҡынлаша кеүек.  Ул тәү ҡарашҡа ғына шулай. Илде икмәкле иткән игенселәребеҙгә һаулыҡ, ныҡышмалылыҡ теләргә генә ҡала.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: Баҫыу караптары ашлыҡ диңгеҙен гиҙә.

Һуңғы гектарҙар ҡалды
Һуңғы гектарҙар ҡалды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: