Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Сентябрь 2022, 12:25

Бигерәк тәмле бәрәңге!

Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалыҡта - картуф уңышын йыйыу башланды. “Гала” һәм “Лабела” сортлы “икенсе икмәк” 110 гектарҙа сәселгән, бөгөнгө көндә уңыш гектарынан 16 тонна тәшкил итә. Был сорт картуф бик тәмле, ауырыуға бирешмәй, яҡшы һаҡланыуы менән билдәле.

Бигерәк тәмле бәрәңге!
Бигерәк тәмле бәрәңге!

 

Салауат исемендәге хужалыҡта - картуф уңышын йыйыу башланды. “Гала” һәм “Лабела” сортлы “икенсе икмәк” 110 гектарҙа сәселгән, бөгөнгө көндә уңыш гектарынан 16 тонна тәшкил итә. Был сорт картуф бик тәмле, ауырыуға бирешмәй, яҡшы һаҡланыуы менән билдәле.

Уңыштың артыуы юғары сифатлы орлоҡ һәм ауыл хужалығы техникаһына бәйле. Яңы технология буйынса үҫтергәндә үҫемлек тамыр системаһы үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыла. Был ысул автоматик эшкәртеү булған хужалыҡтарҙа ҡулланыла. Трактор ҡаҙып сығарғас, кешенең ҡул хеҙмәте талап ителмәй, тиерлек. Заманса комбайн менән Ирек Ҡурамшин идара итә. Техника үҙе ҡаҙа, үҙе үк бункерға йыйып һалып бара. Араһына эләккән тупраҡ кәҫен алып ташларға ғына ҡала.

Эш барышын күҙәткән келәт мөдире Наил Айытов менән әңгәмәләшәбеҙ. Ысынлап та, заманса техника һатып алынғас, эш күпкә еңеләйгән. Икенсе йылға тағы комбайн һатып алырға ниәтләйҙәр. “Картуфты үҫтереү технологияһы үҙенсәлекле. Май, июнь айындағы ямғырҙарҙа быйыл уңыш һәйбәт булыр, тип  күптәр өмөт иткәндер. Ғәҙәттә, дым етһә, бүлбеһе лә үрсей. Йәшелсәнең  эреләнә торған ваҡыты етһә инде, тамыр-һабаҡтарының көсө етмәй. Йәйҙең икенсе өлөшө ҡоро килде, шуға картуфтың вағы күп быйыл. Икенсе төрлө “һуғыш йылындағы синдром” тип атайбыҙ: ул осорҙа ла бит балалар күп тыуған, ә ашатырға аҙыҡ-түлек яғы наҡыҫыраҡ тура килгән”, - ти  Наил Ярулла улы.

Баҫыуҙа эш етеҙ бара, беҙ һөйләшкән арала  “Т - 150” тракторы менән  саң бураны уйнатып Насир Буранбаев  картуфты тейәп келәткә алып китте. Көткәнгә ҡарағанда уңыш бик яҡшы иҫәпләнмәһә лә, булғанына шөкөр итә салауаттар. Һатырға ла, орлоҡҡа ла, хужалыҡтың ихтыяжын тулыһынса тәьмин итергә лә етә.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ...

Элегерәк картуфты ҡаҙғанда завод, төрлө ойошманан токарҙар, операторҙар һәм башҡа эшселәрҙе лә баҫыуға сығара торғайнылар. Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тигән һығымтаға килеп, “салауат”тар сит илдәрҙең алдынғы технологияларын өйрәнә башлай. Механизаторҙар, атап әйткәндә Салауат Мусин, бригадир Николай Подьясов Голландияға барып ер эшкәртеү, комбайнды көйләү эшенә өйрәнеп ҡайта. 1989 йылда илдә беренселәрҙән булып Голландия технологияһы менән картуф сәсә башлайҙар. Салауат исемендәге колхозды ул йылдарҙа етәкләгән  Зиннәт Хәйруллинды, биргадир булып эшләгән Сибәғәт Ғәйнуллинды, ҡоролмалар һатып алыуҙа спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән “Салауатнефтеоргсинтез” ойошмаһы етәкселеге Василий Тюкаев, Владимир Свечников тураһында тик яҡшы һүҙ менән иҫкә алалар.

 

Һүрәттә: “Ауыл ерендә эштең туҡтап торған ваҡыты юҡ”, - ти Ирек Ҡурамшин.

“Салауат”тар юғары технологияға өҫтөнлөк бирелә.

Автор фотоһы.

 

 

 

Бигерәк тәмле бәрәңге!
Бигерәк тәмле бәрәңге!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: