Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Сентябрь 2022, 12:35

Илдус Хәлитов: “Иртән таңдан төнгә тиклем ферманан ҡайтып инмәйем”

Редакция хеҙмәткәрҙәре  эш сәфәре был аҙнала Мәләүез районының Нордовка ауылына юл тотто. Быйыл ашҡаҙарҙар йәйен 45 көн эсендә быҙау аҫрау өсөн өс ферма бинаһын күтәргән, башҡараһы эштәр әле лә етерлек.

 

Мәләүез районының “Ашҡаҙар” хужалығында малсылыҡ фермаһы булдыҡлы етәксе ҡулында юғары табышлы бизнесҡа әүерелгән. Ә эш уңышлы барһын  өсөн аҡыл һәм физик көстө шул тарафҡа йүнәлтергә кәрәк.

Редакция хеҙмәткәрҙәре  эш сәфәре был аҙнала хужалыҡтың Нордовка ауылына юл тотто. Быйыл ашҡаҙарҙар йәйен 45 көн эсендә быҙау аҫрау өсөн өс ферма бинаһын күтәргән, башҡараһы эштәр әле лә етерлек.

Илдус Хәлитовты төҙөлөш урынында тап иттек. “Бикбокс стилендәге биналар меңдән ашыу быҙау һыйҙыра, йәғни йөҙләгән  мал бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй, тигән һүҙ. Һәр ерҙә вентилятор ҡуйыла, был инде һауа алмашыныуын тәьмин итә. Тиҙҙән тағы 600 быҙау һыйҙырышлы бина сафҡа инәсәк”, - ти Илдус Тимерхан улы. Унан тыш, был йәйҙә 160 кубометр һыйҙырышлы һыу һурҙырғыс башня күтәргәндәр, ул хужалыҡтың “кеҫә”һенә 2,2 миллион һумға төшкән.

Фермала бөгөн эш ҡайнай, малҡайҙар ята торған урынға йомшаҡ резина келәм йәйелә, вентиляторҙар ҡуйыла, пәрҙәләр ҡуйыла. Сығымдар күп, уларҙың һәммәһен дә инвестиция проекты буйынса ҡаплатыуы мөмкин дә түгел. “Тент тарттырылған быҙау аҙбары төҙөлөшө генә 30 миллион һумға торош итте. Мал тиреҫе йыйыласаҡ соҡор (лагуна) төҙөү ҙә 60 миллион һумға баҫты. Даниловка ауылында ла ферма төҙөнөк. Субсидия менән ҡайтаралар, тип ҡулды һоноп көтөп ултырырырға тура килмәй. Төҙөлөштөң күпселек сығымын хужалыҡ үҙ иҫәбенә башҡара”, - ти етәксе. Яңыраҡ Германиянан 365 баш  тоҡомло мал һатып алғандар, ошо көндәрҙә алып ҡайтып етергә тейештәр.

Әңгәмәләшкән арала һыйырҙар торған фермаларға ла күҙ һалабыҙ. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Шул арала махсус техника менән һәүкәштәр алдына аҡһым менән тулыландырылған туҡлыҡлы ҡатнаш аҙыҡты эттерҙе. Мал аҫтын таҙартыу өсөн дә эшсе ҡулдар кәрәкмәй, автоматлаштырылған. Эсер һыу ҙа йылы килеш бирелә. Арыраҡ һыйырҙар махсус щетка янына килеп таҙарынып китте. Замана технологиялары, ҡаҙаныштар бындай темп менән барғанда, киләсәк быуын һепертке, һәнәк кеүек әйберҙе музейҙарҙа ғына күрер, ахырыһы.

Һүрәттә: “Сығымдар берәй заман ҡапланыр һәм ыңғай һөҙөмтә күренер”, - тип ниәтләй Илдус Хәлитов.

Мал яҡынлашыу менән махсус таҙартыу щеткалары хәрәкәткә килә.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: