Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Декабрь 2022, 16:20

Танынығыҙмы?

Танынығыҙмы? Белгегеҙ килһә, Мәләүез районында йырсы Сәғиҙулла Байегеткә оҡшаған бер фермер бар, һуйған да ҡаплаған, тиерһең. Галстук тағып, костюм кейеп, баш ҡала яғына сыҡһа, артист менән бутап, автограф һорап та ялҡыталар икән. Иң ҡыҙығы шунда: парад кейемен ул бик һирәк кейә. Фермер Илдус Шәриповты гел эш кейемендә осратырға тура килә: йә көҙгө уңыш йыйыу осоронда комбайнды “эйәрләп” ала, йә ул тракторҙа бесән сабынлығынын иңләй.  Ауыл хужалығын яңы үрҙәргә күтәреү маҡсатында ул бик күп илдәрҙә булған, яңы технологиялар өйрәнгән һәм уларҙы үҙ эшендә әүҙем ҡуллана. Илдус Маркс улы менән һөйләшеүе - үҙе бер ғүмер, алдынғы фермер донъяға ҡарашы менән йыш бүлешә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ә машина-техник паркында техника төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра: Голландиянан, Германиянан ҡайтарылған комбайн һәм башҡаһы, һаҡлап тотонһаң, тиҫтә йылдар боҙолмайынса эшләргә тейеш.  

Мәләүез уңғаны хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: