Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Декабрь 2022, 16:30

Малсылыҡ - килемле тармаҡ

Йыл тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Малсылыҡ тармағында эшләгәндәр ниндәй кәйеф менән Яңы йылды ҡаршылай, уҙып барған йыл һөҙөмтәһе ҡыуандырамы? 11 ай  күрһәткестәре менән таныштырыуын һорап, райондың баш зоотехнигы Сергей Новоженинға мөрәжәғәт иттек.

  • Йыл ауыл хужалығында тир түккәндәр өсөн яҡшы килде, хужалыҡтар алдына ҡуйған бурыстарын үтәне, йылды уңышлы тамамлайбыҙ тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ит, һөт етештереүҙә үҫешкә ирешеү - малсыларҙың дөйөм хеҙмәт емеше.

Районда биш ҙур  ауыл хужалығы предприятиеһы: “Ашҡаҙар”, Салауат исемендәге кооператив, “Трудовик”, “Дружба” предприятиелары, “Иҙел” агрофирмаһы һәм 47 фермер хужалығы  бар. Бөгөнгө көндә  7905 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 5937-һе - һауын һыйырҙар. Ауыл хужалығы предприятиелары һөт етештереү буйынса планды былтырғыға ҡарағанда арттырып, 110 процентҡа үтәй: 11 айҙа 25219 тонна һөт тапшырған. Бер һауын һыйыр 11 ай эсендә 9863 килограмм һөт биргән. “Ашҡаҙар” һәм Салауат исемендәге хужалыҡ аҡты тулыһынса “Мәләүез һөт-консерва комбинаты”на тапшыра. “Дружба” бренды менән дә һөт ҡаптары сауҙа нөктәһенә сығарыла.

Мәҡәләне гәзитебеҙҙең 51-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: