Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Ғинуар 2023, 12:05

Ғүмер йомғағын һүткәндә

33 йыл ғүмерен малсылыҡҡа арнаған, алдынғылыҡты бирмәгән Зәкиә Шаһманованың тырышлығы лайыҡлы баһаланған.

Бөгөн иртә уянды Зәкиә Шаһманова, ейәне уянмаҫ борон плитәлә сәйен шыжлатты. Бар уңайлығы булған йорт йылы, бер аҙҙан тәҙрә аша ҡояш нуры өйҙө яҡтыртты. “Бөгөн гәзиттән хәбәрселәр киләбеҙ, тип хәбәр иткәндәр ине. Өлкән кеше менән аралашыуҙан ни йәм табалар икән?”- тәрән уйҙары ғүмеренең сәскә йылдарына алып китте.

Мәрфуға менән Солтангәрәй Шаһмановтар ғаиләһендә донъяға килә ул. Ҡыҙҙың йәшлек осоро бигерәк аслыҡ- юҡлыҡ заманына тура килгән. Кейәйем тиһәң кейеме, ашайым тиһәң ризығы юҡ. Һуғыш башланғанда етеһе генә тулған ҡыҙ, Яҡтыкүл ауылынан Яңауылға, аҙаҡ Смаҡҡа йөрөп ете класс бөтөрә. Унан Нөгөш  колхозы фермаһына эшкә төшә: оло Моҡас ауылы фермаһы мөдире, ағай тейешле Шаһимырҙа Шаһманов башта таналар өйрәтергә ҡуша, аҙаҡ һауынсы итеп күсерә. (Дауамын гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: