Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
7 Июнь 2019, 19:11

Осрашыу үҙе бер ғүмер


Күркәм йолаға әйләнгән “Иҙел яры” байрамында аптраҡтар, муллағолдар, килгән ҡунаҡтар ихлас байрам итте. Ул быйыл яңы биҙәктәр менән байытылып, иҫтәлек-хәтирәләр, осрашыу-күрешеүҙәр, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән үтте.
Һайлай белгән нигеҙ һалыусы атай-олатайҙар йәшәү өсөн бигерәк яйлы һәм матур урынды. Йыраҡ түгел бесәнлектәргә бай ҙур болон-үҙәндәр, мул һыулы Иҙел...
Байрам сараһын асып Ғәйнулла Яппаров хәҙрәт Ҡөръәндән аят уҡыны. Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов сығыш яһаны. Ауылдарҙың иң ҙур байлығы - уның хөрмәткә лайыҡ кешеләре. Тормоштарын үрнәк итеп ҡуйырлыҡ оло йәштәге Ғәзизулла Исхаҡов, Ғәбделбарый Исламғолов, Харис Һөйәрғолов, Нәҡиә Хужабаева, Рая Торсонбаеваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Ауылды уңғандар йәшәтә, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Водитель Таһир Ишбирҙинға, фельдшер Нурия Хисмәтуллинаға, Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Хәлиҙә Шөғәйеповаға - Рәхмәт хаты, Аптраҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Риф Нәжметдиновҡа, Фаил Ғөбәйҙуллинға, Суфия Халиҡоваға, “Иҙел” магазины һатыусыһы Альбина Хәлиуллинаға, фельдшер Рая Торсонбаеваға, янғын һүндереү машинаһы водителе Раил Мөсәләмовҡа, хисапсы Гөлфиә Күсербаеваға Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Ауылдарҙың гүзәллеген, унда донъя көткән халыҡтың йәшәү рәүешен, һөнәрле булыуын, тырышлығын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған “Иң матур ишек алды” конкурсында йорт хужалары Земфира һәм Филүс Байбулатовтар, Гөлнәфис һәм Альберт Юлтимеровтарҙы ла билдәләп үттеләр.
Сара мәҙәни ял үҙәгенең үҙешмәкәр артистары, ҡала мәҙәниәт йортоноң “Аманат” башҡорт фольклоры һәм музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе Гөлсимә Ҡаразбаева) сығыштары, сит тарафтарҙан тыуған яғын һағынып ҡайтҡан яҡташтарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Байрам майҙанында уйындар, спорт ярыштары ихлас уҙҙы. 9-сы гимназияла уҡ атыу түңәрәге асыу теләге менән янған Илһам Яҡупов сарала балалар араһында ярыш ойошторҙо. Аптраҡ ауыл биләмәһенең хакимиәтенең йәштәр менән эшләү белгесе Филүс Байбулатов тоҡ һуғышы, арҡан тартыу ярыштары үткәрҙе. Бәйгене уҡыусы балалар башлап ебәрһә, аҙаҡтан дәртләнеп өлкәндәр дауам итте.
Көйөргәҙе районынан килгән ҡунаҡ Миңлеяр Хәйбуллин үҙе йыйған милли музей ҡомартҡыларын алып килгән: боронғо атай-олатайҙар яуҙа ҡулланған һуғыш ҡоралдары, милли кейемдәре, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым түрә, Шайморатов генерал, Мортаза Рәхимовтың портреттары сараға килеүселәргә бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Иҙел яры” туғандарса йылы мөхиттә, тыныс һәм йәмле үтте. Төрлө сәбәптәр арҡаһында осрашыуға ҡайта алмай ҡалған ауылдаштарға киләһе йыл иҫәнлектә күрешергә яҙһын. Ни генә тимә, бер күрешеү - үҙе бер ғүмер.