Конгэк
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Июль 2019, 15:23

Йөрәктәрҙә - ауылдың гөрләгән сағы

Башҡорт халҡының, яҡташтар менән осрашып, күңелдәренә яҡын тыуған ер тураһында хәтирәләрҙе яңыртып торған йолалары бар. Яңыраҡ Ҙур Моҡас ауылында ла “Беҙ - Шәғәли Шаҡман нәҫеле” сараһында тиҫтә йылдарҙан һуң ауылдаштар осрашты.

Башҡорт халҡының, яҡташтар менән осрашып, күңелдәренә яҡын тыуған ер тураһында хәтирәләрҙе яңыртып торған йолалары бар. Яңыраҡ Ҙур Моҡас ауылында ла “Беҙ - Шәғәли Шаҡман нәҫеле” сараһында тиҫтә йылдарҙан һуң ауылдаштар осрашты.
Элекке ауыл мәктәбе урынлашҡан урында бәләкәй тыуған яғын һағынып йыйылғандар алдында имам Нуриәхмәт Хоҙайбирҙин хәҙрәт әруахтар рухына аят уҡыны. Арыҫлан ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов сығышында: ”Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡһа ла, ауылдар хәтерҙән юйылырға тейеш түгел”, - тине. Оҙаҡ күрешмәгән яҡташтар иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, хис-тойғоларын йәшермәне. Сәхнәнән сығыш яһаусылар был сараның мөһимлеген билдәләп, байрамды ойоштороусыларға, айырып әйткәндә, данлыҡлы нәҫел вәкилдәре Тәлғәт, Рафаэль, Раил Шаһмановтарға рәхмәт белдерҙе.
Смаҡ мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистары, Өфө ҡунағы Айгөл Шаһманова бай йөкмәткеле концерт әҙерләгән. Ауылдың үткәнен яҡшы белгән аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр йылдан-йыл кәмей бара. Саралағы иң өлкәне Һылыубикә Шаһманова тарихи ваҡиғаларҙың тере шаһиты булған оло быуын ауылдаштарҙың йылдан-йыл һирәгәйеүенә баҫым яһап, шулай ҙа илебеҙҙең төрлө мөйөшөндә йәшәгән яҡташтарҙың йөрәгендә ауылдың гөрләп торған сағын онотмаһаҡ ине тигән теләк белдерҙе.
Сарала яҡташтар Роза Шаһманова әҙерләгән хуш еҫле сәй һәм тәмле былау менән һыйланды.