Кисә генә бер-береһенә ғашиҡ булып өйләнешкән һымаҡ ине, 60 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән! Шулай, донъяның ҡәҙерен белеп, һөйгәнең менән оя ҡорһаң, ғәзиз балаларыңды бергәләп үҫтерһәң, эшләһәң, мал тапһаң көндәр, айҙар, йылдар һиҙелмәйенсә аға ла аға икән шул. Алтын туйҙы үткәрергә лә насип булды, шөкөр, тип ҡыуанһалар Имелбаевтар, гәүһәренә лә еттеләр. Уларҙы хөрмәт итеп хөкүмәттән, район, ауыл биләмәһе етәкселегенән бүләктәр ҙә, ҡотлауҙар ҙа булды. Ихтирамға лайыҡ ветерандар, сөнки бала саҡтары һуғыш осорона тура килгәс аслыҡты, яланғаслыҡты ла татый, ауыр эшкә лә егелергә тура килә.
Миңнулла ағайҙың ата-әсәһе Шәрип ауылыныҡы. Ғаиләләрендә тәүге бала булып тыуа. Тәүҙә уға Рәжәп тип, һуңынан, бәләкәстең күҙ эргәһендә миңе булғас, Миңнулла тип исем ҡушалар. Аталары фронттҡа киткәндә әсәләре Мәҡсүрә инәй бишенсегә ауырлы булып ҡала, әммә уны тапҡандан һуң өҙлөгөүҙән һауыға алмай: үҙе лә сабый ҙа вафат була. Йәтимдәрҙе өләсәйҙәре, инәйе ҡараша.
Тыуған ауылында 4-се класты тамамлағас та Миңнулла эшкә егелә, кескәй туғандары өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя, тырыша. Тиҫтерҙәре менән улар ер ҙә һөрә, тырмата ла, көлтә лә ташый, утын, бесән дә әҙерләй. Аталары фронттан яраланып ҡайта, тиҙҙән балдыҙына өйләнә. Йәш ҡатын үҙе лә алты сабыйға ғүмер бирә.
Миңнулла Мәләүездә водителгә уҡый. Алыҫ Германияла әрме хеҙмәтен үтә, ауылына сержант дәрәжәһендә ҡайтып төшә. Колхозға водитель булып урынлаша. Егеттең күҙе Смаҡ ауылында фельдшер булып эшләп йөрөгән Арыҫлан ауылы һылыуы Лилиәгә төшә. Йәштәрҙең сәстәре сәскә бәйләнә. Әйткәндәй, ҡыҙ ҙа күп балалы ғаиләлә 8-сеһе булып тыуған. Атаһы һуғыштан ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ ғына килә. Күпме ғүмер үтһә лә өмөт тигән нәмә йәшәй икән күңелдә, сөнки ҡәҙерлеләрен әсәләре лә, апай-ағайҙары ла, Лилиә үҙе лә бына ҡайтыр тип һәр ваҡыт көтә.
Дауамын гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.