ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Октябрь 2020, 14:50

Һуҡмаҡтарҙан оло юлға

“Татыу ғаилә – ил күрке” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Был тапҡыр һүҙҙәр Бәләкәй Шәрип ауылында йәшәгән Айгөл һәм Салих Байгилдиндарға ҡарап әйтелгән тиерһең. Татлы һөйөү емеше булып тыуған биш балаһы бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килә. Матур итеп яңы йорт һалып ингәндәр. Һарай тултырып мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта фермерлыҡ эшмәкәрлеген дә уңышлы алып баралар. Уңғанлыҡтары, татыулыҡтары менән, ысын мәғәнәһендә, ауылға йәм, ҡот бирә улар. Был яҙмабыҙҙа улар ғаилә бәхете серҙәре менән уртаҡлаша.

“Татыу ғаилә – ил күрке” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Был тапҡыр һүҙҙәр Бәләкәй Шәрип ауылында йәшәгән Айгөл һәм Салих Байгилдиндарға ҡарап әйтелгән тиерһең. Татлы һөйөү емеше булып тыуған биш балаһы бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килә. Матур итеп яңы йорт һалып ингәндәр. Һарай тултырып мал тоталар, баҡса үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта фермерлыҡ эшмәкәрлеген дә уңышлы алып баралар. Уңғанлыҡтары, татыулыҡтары менән, ысын мәғәнәһендә, ауылға йәм, ҡот бирә улар. Был яҙмабыҙҙа улар ғаилә бәхете серҙәре менән уртаҡлаша.
Йәшлек хистәрен һаҡлап, мөхәббәттәренең ныҡлығын һынап ғаилә ҡорған ваҡытта Айгөлгә - 21, Салихҡа 25 йәш тулған була.
- Артынан биш йыл йөрөнөм, - тип шаярта ғаилә башлығы. Әммә уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ та бар. Бер-береһен үҫмер генә осорҙа район һабантуйында осрата улар. Көләс йөҙлө, баҫҡан ерендә бейеп торған Айгөлдө күреү менән оҡшата ул. Уттай ҡыҙҙы уттан ҡурҡмағандар ғына ала - егет тә маҡсатҡа ынтылышлы, ҡыйыу булып сыға.
- Уйҙар, әйткән һүҙҙәр матдилаша, бойомға аша, тигәндәре бик тә дөрөҫ, - тип дауам итә Салих. – Быны мин үҙ тормошомда бер нисә тапҡыр һынаным. Шуның береһен генә әйтеп үтәм: бала саҡта гел кәләште Ҡаманан, йәғни Ҡотлобулаттан алам, тип йөрөгәнмен. Мин өйләнгәндә ҡала ҡыҙы иҫәпләнһә лә, сығышы менән Айгөл Ҡаманыҡы.
Йәмәғәте һөйләгәндә Айгөл һүҙ ҡыҫтырмай, әле бер, әле икенсе балаһының янына килеп, дәресен ҡараша, бер туҡтауһыҙ һорау биргән кинйәләре Ирхандың һорауҙарына яуап бирә. Байгилдиндарҙың татыу ғаиләһендә биш бала үҫә. Тәүге дүртәүһе - Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе уҡыусылары. Балаларының барыһына ла, тормош юлдары яҡты, ҡотло булһын тип, матур исем ҡушҡандар. Баш балалары Зөлхизәгә - 12 йәш. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, белем биреү учреждениеһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, былтыр ул мәктәптең Динис Бүләков исемендәге премияһына лайыҡ булған. 11 йәшлек Наҙгөлдө шиғыр һөйләү конкурстарында йыш осратырға мөмкин. Гагарин кубогына олимпиадаларҙағы уңышы үткән уҡыу йылында махсус значок менән билдәләнгән. 3-сө класта уҡыған Асия һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Шиғырҙы ла апайҙарына оҡшап оҫта һөйләй. Малик быйыл 1-се класҡа барған. Яңы ғына уҡый башлаһа ла, дәрестән ҡайтып бер аҙ ял итеп алғас та, өйгә эште башҡарыу, ҡустыһы менән уйнау, ата-әсәһенә ярҙам итеү кеүек матур ғәҙәттәре барлыҡҡа килгән.
- Ир менән ҡатын бер-береһенә түгел, ә бер йүнәлештә ҡарарға тейеш. Берҙәм маҡсат менән янһаң ғына, ғаиләлә татыулыҡ, балалар бәхетле була һәм эшең алға бара. Тормош ҡороу өсөн ишеңде дөрөҫ һайларға кәрәк. Был донъяла һәр кемдең үҙенә генә тейешле яртыһы була, тиҙәр бит. Беҙ ана шул бер-беребеҙҙең яртыһылыр, тип уйлайым. Айгөл һәр башланғысымды хуплап, дәртләндереп тора. Ҡалала үҫһә лә, ауыл тормошо уны ҡурҡытманы, бергә кәңәшләшеп, йылдан-йыл малды ишәйттек. 2015 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы булып теркәлеп, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Әле хужалығыбыҙҙа ҡолон-тайҙары менән бөтәһе бергә етмеш баш йылҡыбыҙ бар, шуның утыҙҙан ашыуы - бейә.
Беҙ барғанда хужабикә ҡаланан ике аҙнаға бер тапҡыр килгән библиобустан, йәғни күсмә китапхананан китаптар йөкмәп ҡайтып тора ине. Улар араһында Хисмәт Юлдашев, Фәтҡулла Комиссаров һәм Әхмәр Үтәбайҙың шиғри йыйынтыҡтары ла бар.
- Китап миңә ял итергә, һүҙ байлығымды арттырырға, телемде шымартырға ярҙам итә, - ти ул. Әйткәндәй, Айгөл үҙе лә шиғыр яҙа, тәбиғәт күренештәрен, ғаиләһен, балаларын фотоға төшөрөргә ярата. Күп балалы әсәгә китап уҡырға, ижад итергә нисек ваҡыт табаһың тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманыҡ.
- Ауыл халҡының күпселеге кеүек, ярты эшемде иртәнге сәғәттәрҙә эшләйем. Шәхси хужалыҡта мәшәҡәт бөтмәй инде ул, шуға китапты ла эш араһында ғына тоторға тура килә, әммә өҫтән-мөҫтән генә ҡарап сыҡмайым, төбөнә төшөп, хатта төп ролгә инеп китәм. Былтыр Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”ен, Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙен аса”һын шулай илай-илай уҡыным. Әҫәрҙәрҙән тормош һабағы, тәрбиә, фәһем, ғибрәт алам, - ти Айгөл.
Һәр ғаилә – бер дәүләт, тибеҙ. Ул, ысынлап та, үҙ ҡануны, ҡағиҙәләре, йәшәү рәүеше, тормош ҡиммәттәре булған ил ул. Байгилдиндарҙың да, бергә ғүмер итеүҙәренә күп ваҡыт үтмәһә лә, матур ғаилә традициялары барлыҡҡа килгән. Әсә ҡыҙҙарына милли ризыҡтар бешерергә, ә ата улдарын йорт-хужалыҡ эштәренә, шулай уҡ ололарға кешелекле, бәләкәйҙәргә кеселекле булырға, хеҙмәт һөйөргә өйрәтәләр.
-Тормош - ул тауға менеү кеүек. Бер бейеклекте менһәң, уның артынан икенсеһе булыуы асыҡлана, уны артылһаң, өсөнсө үр көтә. Беҙҙең ғаилә тарихы ла бер һуҡмаҡтан башланғайны. Яйлап ҡына, бер-беребеҙгә иңебеҙҙе ҡуйып, оло юлға сығып киләбеҙ. Балаларыбыҙҙың шат тауышын ишетеү, мәктәптәге, балалар баҡсаларындағы уңышын күреү менән йоҡоһоҙ төндәр ҙә, барлыҡ мәшәҡәттәр ҙә онотола, - ти Айгөл һәм Салих Байгилдиндар.
Читайте нас: