Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
21 Ғинуар 2021, 17:57

Тағы ла юлдар тураһында

Ауыл халҡының хыялы тормошҡа ашыр

Нордовка ауыл биләмәһенә ҡараған тораҡ пункттарҙың инфраструктураһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Төрлө программаларҙа ҡатнашыу ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең тормош-көнкүрешен уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә уҙған йыл Дмитриевка ауылында Крәҫтиән һәм Механизаторҙар урамдарына асфальт түшәлде, уға тиклем Нордовка ауылының Гагарин урамында һыу торбалары алмаштырылды, спорт майҙансығы төҙөлдө.
Быйыл был программала тағы ла Нордовка ауылында йәшәгәндәр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ошо һорау буйынса уҙған йыл аҙағында ике йыйылыш үткәреп, ауыл халҡы Коммунистар урамындағы юлды йүнәтеү һәм төҙөкләндереү проекты өсөн тауыш бирҙе, инициатива төркөмө ағзаларын һайланы.
Башланғыс бәрәкәтле булыр, ауыл халҡының хыялы тормошҡа ашыр, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: