Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Февраль 2021, 19:43

Инициатива төркөмө әүҙем эшләй

Мәләүез районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында даими эш алып барыла. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” буйынса быйыл Яҡтыкүл ауылы халҡы зыярат кәртәләү ниәте менән конкурста ҡатнаша. Эш барышы тураһында инициатива төркөмө етәксеһе Алсиә Яхина, ағзалары Риф Татлыбаев һәм Фәүзиә Ишмөхәмәтова һөйләй.Һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ.

Мәләүез районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында даими эш алып барыла.
“Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” буйынса быйыл Яҡтыкүл ауылы халҡы зыярат кәртәләү ниәте менән конкурста ҡатнаша. Был турала инициатива төркөмө һөйләй.
Риф Татлыбаев:
-Ауыл зыяратын кәртәләү буйынса һүҙ күптән ҡуҙғатылғайны. 80-се йылдарҙа ағас ҡойма ҡуйғайныҡ, хәҙер бик иҫкерҙе. Яңыһын ныҡлы итеп тимерҙән эшләргә йыйынабыҙ. Быға тиклем финанс мөмкинлек булманы. Ошо программа беҙҙең өсөн бик ҡулай, халыҡ дәррәү күтәреп сыҡты. Бик ҙур эш, әлбиттә, әммә башҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым. Был - ата-бабаларыбыҙ рухы алдында изге бурыс.
Фәүзиә Ишмөхәмәтова:
- Яҡтыкүл ауылына бик күп йылдар элек килен булып төшкәйнем. Тыуған ерҙән төшкән ер яҡшы, тиҙәр, урындағы һәр нәмә күңелгә яҡын, беҙ, оло быуын кешеләре, етешһеҙлеккә вайымһыҙ була алмайбыҙ - йөрәк һыҙлай. Мин - бар ғүмеремде йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаным, әле инде хаҡлы ялдамын. Программала ҡатнашып, мәңгелек йортто кәртәләү ҙур әһәмиәткә эйә, балаларға өлгө күрһәтәбеҙ. Киләсәк быуын да мәңгелек ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләр, хәстәрләр тигән өмөт тыуа. Быныһын башҡарып сыҡһаҡ, тағы ла проблемалар бар әле, киләһе проектта юл мәсьәләһен күтәрербеҙ, моғайын.
Алсиә Яхина, инициатива төркөмө етәксеһе:
- Мин үҙем ошонда тыуып үҫтем, һуңынан ҡырҙа эшләргә тура килде, бына яңынан тыуған ауылыма ҡайтып төпләндем. Ситтән ҡарағанда проблемалар асығыраҡ күренә. Миндә ауылға исем биргән күлде бергәләп таҙартыу, һәйкәлде ремонтлау теләге йәшәй. Беҙҙең ауыл бик матур ерҙә урынлашҡан. Айырыуса йәй көндәре гөрләп тора. Ә зыярат – изге урын, атай-әсәйҙәр шунда ята, үҙебеҙ ҙә барабыҙ бит инде. Шуға күрә, иң беренсе, ошо мәсьәләне хәл итеү хупланды.
Читайте нас: