Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Июнь 2021, 09:27

Ауыл ҡото оҫта ҡулдарҙа

Район ауылдары буйлап йөрөгәндә, бөгөнгө ҡиммәтселек заманына ҡарамай, халыҡтың дәртләнеп донъя көтөүе һоҡландыра. Уңған халыҡ йәшәгәне бигерәк тә йәй көнө ихаталар гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта күренә. Һуңғы йылдарҙа ауыл урамдарына йәнә матур биҙәкле тәҙрә ҡапҡаслы йорттар, ҡапҡалар, уның тышындағы фигуралы ултырғыстар йәм бирә.

Район ауылдары буйлап йөрөгәндә, бөгөнгө ҡиммәтселек заманына ҡарамай, халыҡтың дәртләнеп донъя көтөүе һоҡландыра. Уңған халыҡ йәшәгәне бигерәк тә йәй көнө ихаталар гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта күренә. Һуңғы йылдарҙа ауыл урамдарына йәнә матур биҙәкле тәҙрә ҡапҡаслы йорттар, ҡапҡалар, уның тышындағы фигуралы ултырғыстар йәм бирә.
Ә бына Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылына инеү менән юлдан килеүселәрҙе тау битләүендә Башҡортостан һәм Рәсәй флагтары, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев, 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы Емельян Пугачев һындары, саҡ ҡына уңғараҡ тимерҙән эшләнгән пушка ҡаршы ала. Уларҙың янында төшкән фотоларҙы йыш ҡына “Бәйләнештә” социаль селтәрендә осратырға мөмкин. Быларҙың барыһын да ауыл старостаһы Ғәйнулла Рахманғолов ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына былтыр үҙенең йорто алдына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы легендар Т-34 танкын ҡороп ултыртҡайны. Унда шулай уҡ балалар өсөн карусель, самолет урынлашҡан.
Яңыраҡ иһә күперҙе сыҡҡас, Һуҡайлы йылғаһынан 100 метр тирәһе һулаҡайҙа Аҡбуҙат һыны пәйҙә булды. Ул өс метр бейеклектәге бағанаға беркетелгән.
- Башҡорт мифологияһындағы ошо кешегә ауыр ваҡытта ярҙам иткән, ҡанатлы, ерҙә лә, күктә лә йөрөй алған илаһи ат образын эшләү идеяһы Бөрйән районына Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡайтҡас барлыҡҡа килде, - ти уның авторы. – Эшемдең һөҙөмтәһен күреү, тыуған ауылым мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү, эшләү мөмкинлеге булыуына, әлбиттә, мин бик шатмын. Икенсе йыл тыуған районымдың, ауылымдың беренсе тракторсылары иҫтәлегенә оҙаҡ йылдар Ергән ауылы эргәһендәге юл буйында торған, бөгөн ҡаланың Геройҙар аллеяһынан урын алған тракторҙың һынын эшләп, урамға ултыртырға ниәтләйем.
Эпостарҙа күктә тыуып, күктә үҫкән, ҡылдары тылсымға эйә булған, ҡайһы бер халыҡ ижад өлгөләрендә һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан тип тасуирланған Аҡбуҙат образы - Ғәйнулла Рахманғоловтың етенсе ижади эше. Быуаттар буйына йылҡысылыҡ менән ғүмер иткән башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ат образы ҙур урын биләй. Ышаныуҙар буйынса ат мал ҡото, йорт-ҡура ырыҫы тип тә иҫәпләнә. Һуҡайлы ярындағы Аҡбуҙат та Дәүләтҡол ауылы халҡын, ғөмүмән, ошо тирәләге тораҡ пункттарҙы бәлә-ҡазанан һаҡлап торһон, тип юрайыҡ. Юрағандар юш килә бит ул.
Читайте нас: