ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Август 2021, 16:00

Ошо ерҙә тыуып үҫкәндәрҙе ауыл алды ҡосаҡҡа

Һәр кемгә лә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле.

Ошо ерҙә тыуып үҫкәндәрҙе ауыл алды ҡосаҡҡа
Ошо ерҙә тыуып үҫкәндәрҙе ауыл алды ҡосаҡҡа

Һәр кемгә лә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле. Хәтерҙә ошо матур, гүзәл осор тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана. Уҙған шәмбе Эткөсөк ауылы халҡы, клуб алдына тирмә ҡуйып, Ауыл байрамына йыйылды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ошо көндә ауылдың абруйлы кешеләре бүләктәр ҡабул итте. Халыҡтың берҙәмлеге асыҡ күренә ине. Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йөкмәткеле концерты менән үрелеп барҙы.

Ошондай уҡ байрам районыбыҙҙың иң матур мөйөшөндә урынлашҡан Һәргәй ауылында ла уҙғарылды. Сараны милли парк ойошторған һүрәттәр күргәҙмәһе биҙәне. Алып барыусылар ауылдың тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Йәш парҙар, оҙаҡ татыу йәшәгән ғаиләләргә, иң оло һәм иң кесе кешеһенә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бәләкәс тамашасылар күплеге ауылдың киләсәге бар икәнлеген иҫбатланы.

Ошо ерҙә тыуып үҫкәндәрҙе ауыл алды ҡосаҡҡа
Ошо ерҙә тыуып үҫкәндәрҙе ауыл алды ҡосаҡҡа
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: