Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Август 2021, 15:57

Самауыр байрамы

Күркәм сара үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығытыу маҡсатында ойошторолдо.

Самауыр байрамы
Самауыр байрамы

Боһорман ауылында самауыр байрамы уҙғарылды. Күркәм сара үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Бында самауырҙың төрлөһө бар ине. Гөлшат Сәҙриеваның өҫтәлдәге төрлө емештән яһалған ҡаҡтарынан, үҙе эшләгән кәзә ҡымыҙынан ауыл халҡы ауыҙ итте. Ҡотлобулат ауылынан Лилиә Мөхәмәтшина һуғылған балаҫтарынан күргәҙмә ойошторғайны.

Байрам самауыр тарихына байҡау яһау менән башланды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнир Үмәрғәлин халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында эштәрҙе дауам итергә кәрәклеген билдәләп үтте. Ауылда оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән, яңы тормош башлаған парҙарға, ауыл тормошонда әүҙемлек күрһәткәндәргә бүләктәр тапшырҙы. Килгән ҡунаҡтарҙы үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән концерт дәртләндерҙе. Байрамды ойошторусылар самауыр янында сәй эсеү йолаһы юғалмаған, бөгөн дә ҡунаҡсыллыҡ, аралашыу символы ла икәнлеген күрһәтте.

Самауыр байрамы
Самауыр байрамы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: